Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-08-2016, 18:52 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Йырҙар

Просмотров 772
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2016
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Йырҙар
Исеме:
Автор:Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Яҙғы моңдар
 
 
 
 Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ

Яҙғы моңдар
Тамсы тама: "Тып-тып-тып!”
Ҡошсоҡ һайрай: "Сут-сут-сут!”
Ҡояш апай саҡыра:
"Әйҙә, тышҡа сыҡ-сыҡ-сыҡ!”
Урамда йырғанаҡтар
Йырлап аға: "Сыр-сыр-сыр!”
Дим уйынсыҡ тракторын Һыу кистерә:
"Тыр-тыр-тыр!”
Кәртәнән бесәй Димгә:
"Мыяу! — ти, — Мыяу! Мыяу!” —
"Яҙғы боҙға ышанма,
Уяу бул, уяу, уяу!”
Ихатала тауыҡтар
Ҡарҙытибә: "Ҡыт-ҡыт-ҡыт!” —
"Йәшел үлән, сыҡ-сыҡ-сыҡ!
Оҙайлы ҡыш, кит-кит-кит!”
Бишектән баш ҡалҡытып
Тышты күҙәтә Ләлә.
Яҙғы көнгә һоҡланып:
"Әл-лә-лә, — ти, —лә-лә-лә!”
Быуын нығытыу менән
Тышҡа сығыр: топ-топ-топ!
Миләштәге турғайға
Тәҙрә шаҡый: тук-тук-тук!
Сыңғырлаҡтары менән
Яҙ сәләмләй: "Сең-сең-сең!”
"Наҙлы ҡояшҡайым”, —тип,
Һеңлеһен һөйә Гөлсөм.
Гәлсәр боҙбармаҡтарҙы
Ел уйната: "Сың-сың-сың!”
Һәр ҡайҙа яҙғы моңдар,
Һәр ҡайҙа яҙғытылсым!

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар