Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 20-08-2016, 16:31 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Йомаҡтар

Просмотров 1 492
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2016
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Йомаҡтар
Исеме:
Автор:Гөлнур ЯҠУПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Юлия УСТЮГОВА

Йомаҡтар

 

Йомаҡтар

 


Тажы бар – батша,
Тажын һалдырһаң,
Өзләп илата,
Йырлап йыуата.
Зарыңды һорай,
Ул моңло
      ҡурай
 
 
 

Йомаҡтар


Ишек төбөндә Һағалап тора,
Тәҙрә егенән
Ул тынын өрә,
Тышта ла миңә
Эйәреп йөрөй,
Толомдо һүтә,
Шаяра юрый,
Ҡулы күренмәй,
Ә һин уйлай бел:
Йәшенеп кенә
Шулай уйнай
          ел
 
Килештереп, мауығып,
Әпәүләп уйнай ҡурсаҡ,
Ҡарап тороуы ҡыҙыҡ:
Әсәй буласаҡ бер саҡ,
Әлегә кескәй
              ҡыҙсыҡ
 
 
 

Йомаҡтар

 

Бәләкәс кенә үҙе,
Сыҡҡан булған мөгөҙө,
Уйнап туймай тәгәрләс,
Дүрт аяҡлы тәгәрмәс?
Күргәнем бар, был —
              бәрәс
 
 
 
 

Йомаҡтар

 

 
Ай ҡыҙының көйәнтәһе
Эленгән күктә, йә, күр!
Ете төҫкә буялған,
Көйәнтә, тиһәм —
            йәйғор

Күл ситенә сәнселгән,
Әллә инде сәселгән?
Йәшел хәнйәр күргәндәр –
Үткер ҡырлы
Әсәй әйтә бер йомаҡ:
Йомшаҡ ҡына, тумалаҡ,
Аҡ мейескә инеп ята
Йомро-йомро йомарлаҡ.
Беләбеҙ бит, әсәкәй!
Беҙ итәбеҙ сәпәкәй:
Йомро-йомро йомарлаҡ 
Ул ҡәҙерле
                 әпәкәй
 
 

 

Йомаҡтар

 

 
 Ҡыйыҡта кем ул, ни ул:
Тып-тып, тап-тап,
Ҡыйыҡ ҡалайы ҡапылдай,
Ҡып-ҡып, ҡап-ҡап.
Ҡыйыҡта кем ул, ни ул:
Шуҡ-шуҡ, туҡ-туҡ,
Унан да оҫта бейеүсе
Юҡ-юҡ, юҡ-юҡ.
Ҡыйыҡта кем ул, ни ул:
Тағыр-тоғор?
Ҡыйыҡ ҡалайы ҡарышмай:
Яуғыр,
             ямғыр
 
 Күл ситенә сәнселгән,
Әллә инде сәселгән?
Йәшел хәнйәр күргәндәр –
Үткер ҡырлы
                 күрәндәр

 
 

Гөлнур ЯҠУПОВА
Рәссам Юлия УСТЮГОВА 
 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар