Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 8-05-2017, 14:28 | Категория: Авторҙар / Яҙ / Әкиәттәр

Просмотров 846
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2017
Рубрика:Авторҙар / Яҙ / Әкиәттәр
Исеме:Ынйы сәскәләре
Автор:Динә ТАЛХИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Яна МАЗМАНИДИ
Ынйы сәскәләре
 
Май аҙаҡтарында ҡайын урманы айырыуса яҡты. Әле саң да ҡунып өлгөрмәгән япраҡтар сағыу йәшел, ялтыратып ҡуйылған шикелле балҡып тора. Ҡара
һыҙыҡлы аҡ күлдәк кейгән был ағасты йәшелле-һарылы һырғалары бигерәк тә ҡупшы күрһәтә. Сағыу был яҡтылыҡҡа нимәлер байрамса күркәмлек өҫтәй.
Баҡтиһәң, күркәмлек өҫтәгән тағы ла бер нәмә — ерҙә оҙонса йәшел япраҡҡа төрөнөп кенә ултырған ваҡ ҡына ап-аҡ сәскәләр икән. Улар бәләкәс кенә ҡыңғырауҙарҙы хәтерләтә.
Нәфис сәскәләрҙең һабағын һаҡ ҡына һелкетеп ҡараһаң, көмөш ҡыңғырау сыңы ишетелә.
— Кем ул мине бимазалай? Кем ул минең тәмле йоҡомдо бүлеп йөрөй?
— Мин — Ләйсән.
— Ләйсән... Ләйсән... — Был юлы тауыш бик асыулы булып ишетелде.
— Асыуланма миңә! Мин берәүгә лә ҡамасауларға теләмәгәйнем.
— Теләмәгәйнем! Теләмәгәйнем! — Сәскәләрҙең береһе күҙ менән ҡаш араһында ҙурая башланы. Бына ул йоҙроҡ ҙурлығындай булды. Бына уның  таждары асылды. Бына минең итәгемә бәләкәс кенә, бармаҡ ҙурлығындай ҡыҙыҡай һикереп килеп төштө.
— Эй, һин кем ул?
— Мин — Гөлмөғжизә. Тылсымсы. Сәскәләр тылсымсыһы.
Ул ҡыҙыҡай мине ҡарашы менән сихырлап алғандай итте: ҡапыл мин тылсымдар һәм тылсымсылар барлығына ышандым да ҡуйҙым. Һис шикһеҙ ышандым  һәм уның һөйләгән хәбәрен етди ҡиәфәт менән, бар донъямды онотоп, тыңлай башланым.
— Сәскәләр матурлығына, хуш еҫенә һоҡланып ултыраһыңмы? Ысынлап та, матур сәскә — ынйы сәскәһе. Ә һин беләһеңме, нишләп ул ап-аҡ? Мин уны аҡ томандан эшләнем. Ҡуйы һөт төҫлө томанды тылсымлы көпшә менән һурып алдым да (ҡара сәсле ҡыҙыҡай күлдәгенең кеҫәһенән йәйғорҙай балҡып торған быяла көпшә килтереп сығарҙы), һаҡ ҡына өрөп, ҡыңғырау кеүек эшләнем дә киң йәшел япраҡлы һабаҡҡа эләктереп ҡуйҙым. Ҙур япраҡ эсендә мин ижад иткән сәскә бик бәләкәй булып күренде, һәм мин, оҙаҡ уйлап тормайынса, япраҡҡа уларҙы бер нисә рәт итеп теҙеп ҡуйҙым. Был сәскәләр миңә ынйыларҙы хәтерләтте, шуға күрә уларҙы »ынйы сәскәләре» тип атаным да инде. Күрәм, һиңә сәскәләр оҡшай, әммә һин уларҙы өҙмә. Һин ҙурайып, һинең ҡыҙың булһа, ул да ынйы сәскәләрен өҙмәһен. Һоҡланып ҡына ҡарарға кәрәк был сәскәләргә. Шулай, Ләйсән, — Гөлмөғжизәнең арҡаһында үтә күренмәле ҡанаттар үҫеп сыҡты, һәм ул минең итәгемдән осоп та китте. Ә мин йомшаҡ үлән өҫтөндә ултырып ҡалдым.
Ынйы сәскәләренән хуш еҫ бөркөлә. Мин уларҙы һаҡ ҡына тотоп ҡарайым, әммә өҙмәйем. Гөлмөғжизә миңә шулай ҡушты бит.
 
Рәссам Яна МАЗМАНИДИ
05-2017
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар