Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 25-09-2016, 11:56 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 838
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2016
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:
Автор:Әлисә НИҒМӘТУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА

                                                                                                                     Әлисә НИҒМӘТУЛЛИНА
  

 

(Хикәйә)
 

  


   Һоросай, бәпестәрен имеҙеп, ҡояшта ҡыҙынып ята. Бәләкәй етем көсөк тә уға һырышҡан. Һоросай ҡыумай уны, балаларын йыуындырғанда, уны ла иркәләп ялап ала.
  «Йән эйәһе бит, йәл, — тип ҡыҙғана Һоросай. — Ана нисек һыйынып килә. Ауыҙы ғына ҙурыраҡ шул — балаларым шикелле имә алмай. Тотоп килтереп алдына һалған сысҡанды ла ашай белмәй меҫкенең. Әле ул туҡ — хужабикә яңыраҡ ҡына һөт һалып биргәйне. Остоҡ ҡына көтөйҙөң ҡорһағы туп кеүек булған, тәгәрәт тә ебәр. Аһа, ана тағы ике туп!» Һоросай ташландыҡ күрше баҡсанан килеп сыҡҡан ике ҡара йомғаҡҡа сәйерһенеп ҡараны: «Әллә күҙгә күренә?! Юҡ, йомғаҡ түгел, кескәй генә терпе балалары икән. Тыҡрыҡта үлеп ятҡан меҫкен Энәлекәйҙең етемдәре, моғайын, былар. Әсәләрен эҙләргә сыҡҡан бахырҡайҙар».
   Йомроҡай менән Йомшаҡҡай, ысынлап та, әсәләрен эҙләй. Энәлекәй, ҡара таң менән һунарҙан ҡайтып, бәпестәрен тәмле ҡуйы һөт менән һыйлай торғайны. Йомшаҡ түшкә морон төртөп, имә-имә йоҡомһорап ятыуҙан да ҙурыраҡ кинәнес бармы икән?! Ә бөгөн әсәләре юҡ.
   Терпе балалары, Һоросайҙы шәйләгәс, әсәләренә оҡшатып фырылдап, морондарын эскә йәшерҙе. Хәүефләнеп байтаҡ хәрәкәтһеҙ торһалар ҙа, тауыш-тын ишетелмәне. Ипләп кенә яҙылғайнылар — теге януар һаман  балаларын ҡосаҡлаған килеш ята. Тәмле һөт еҫе лә килә шул тарафтан.
 
 

 

 

  Ай-ай! Дауыл, ғәрәсәт ҡупты! Ҡайҙандыр өйөрөлөп ҙур зәңгәр күбәләк килеп сыҡты!
  Йомроҡай менән Йомшаҡҡай, ҡоттары осоп, йәнә энәләре аҫтына боҫто.
  Терпеләрҙең күбәләк тигәндәре — Аҡйондоҙ исемле ҡыҙыҡай. Ул гелән атылған йондоҙ һымаҡ осоп ҡына йөрөй. Әле ағаһы менән күл буйына һыу инергә ашыға ине, ә Йомроҡай менән Йомшаҡҡайға осрағас, донъяһын онотто.
   — Әсәкәйе-е-ем!
   Өй эсендәге барса халыҡ, өс балаһын эйәртеп Һоросай, кескәй көтөй Ҡашҡар, хатта тауыҡтарын эйәртеп ҙур ҡыҙыл әтәс тә килеп етте уның тауышына. «Ах» та «ух» килеп аптырашҡандан һуң: «Ғаиләбеҙ артты», — тип ҡуйҙылар.
   Һоросай ҙа ҡаршы килмәне: «Әйҙә, донъя тар түгел, Бөйрәкәй менән туҡал кәзәнең һөтө күп». Ул, балаларын эйәртеп, ҡояшлыраҡ, тынысыраҡ урынға күсеп ятты. Терпеләрҙең энәһенә танауы сәнселгән көтөй ҙә шыңшып һырылды уға.
   Аҡйондоҙ яңы ғаилә ағзаларына һөт һалып бирҙе. Ас бәпәйҙәр оҙаҡ инәлтмәне — супырсупыр эсергә кереште.
   Тамаҡтары туйғас, ҡыҙыҡай уларҙы Һоросай янына алып барып һалды. Киң күңелле бесәй, ишәйгән ғаиләһен ҡуйынына һыйҙырырға тырышып, һуҙылыбыраҡ ятты. Уның йомшаҡ йөнөнә төртөлгәс тә, йонсоған бәпестәр мышнап йоҡлап китте. Ярты көн михнәт күреп йөрөгәс, әйтерһең дә, улар әсәләрен тапты.
 

 

 

 

Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар