Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 8-12-2016, 13:23 | Категория: 8 март / Авторҙар / Минең ғаиләм

Просмотров 934
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2016
Рубрика:8 март / Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме:Әсәйемдең йыры
Автор:Факил Мырҙаҡаев
Район:
Ауыл:
Рәссам:Сулпан Билалова

Әсәйемдең йыры

 

 

Факил МЫРҘАҠАЕВ

 

Әсәйемдең йыры

(Хикәйә)

 

Йоҡла, балам, йом күҙең,

Йом-йом күҙең, йондоҙом.

Кистән һәйбәт йоҡлаһаң,

Уйнап үтер көндөҙөң.

Йоҡлар алдынан ҡайһы бала бишек йыры тыңларға яратмай икән! Яҙгөл дә шулай. Уралиә апай бөтә бишек йырҙарын барлап сыҡты, ә ҡыҙы ниңәлер күҙҙәрен йоморға ашыҡманы. Шунан әсәһе үҙе белгән йырҙарҙы иҫенә төшөрҙө:

Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә –

Юлаусынан ҡалған бер күмер...,— тип әкрен генә ҡыҙының сәсенән һыйпай-һыйпай «Сәңгелдәк» йырына һис тә оҡшамаған көй көйләне. Яҙгөл "әүен баҙары”на киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ошо көндән башлап ул ҡыҙҙың үҙ йырына әүерелде.

Яратҡан йырсыһы Нәфисә Ҡасимованың концертына Уралиә апай билеттарҙы көнэлгәре хәстәрләне. Сәскә гөлләмәһе алырға баҙарға Яҙгөл менән икәүләп барҙылар. Был матур сәскәләрҙе йырсыға ҡыҙҙың үҙенең биргеһе килде.

– Әсәй, концертҡа мине лә алып барығыҙ әле!

– Арырһың, йоҡоң килер, – тине Уралиә апай.

– Йырсы апайҙы күргем килә, — тип ныҡышты ҡыҙ.

Тамашасыларға ҡушылып, һәр сығышҡа сәпәкәй итте Яҙгөл. Сәхнәгә йырсы апай сығып баҫҡас, унан күҙҙәрен алманы. Йыр артынан йыр яңғыраны. Бер заман Яҙгөлдөң ҡолағына таныш моң салынды.

Йырһыҙ ҙа ғына йәшәүҙең йәме юҡ...

Әсәһенең йыры! Әллә уны йоҡлатырға йыйынамы? Арыны, тип уйланымы икән ни? Аптырап, әсәһенә боролдо. Бәй, ул йырламай. Ә моң ағылды ла ағылды...

Йырлап йәшәүҙәре бер ғүмер...

Яҙгөл ҡысҡырып ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды:

– Әсәйемдең йырын йырлама!

Моңло көй өҙөлдө. Нәфисә Ҡасимова үҙен мөкиббән китеп тыңлаған ҡыҙға күптән иғтибар иткәйне. Тамашасылар иһә, йырсы асыуланыр, тәрбиәһеҙ баланы әрләп ташлар, тип көттө. Ләкин ул:

– Яныма кил әле, үҫкәнем, — тип ҡыҙҙы саҡырҙы.

Яҙгөл оялып башын түбән эйҙе.

Йырсы һис тә аптыраманы, сәхнәнән төшөп, ҡыҙ янына барҙы.

– Исемең кем?

– Яҙгөл, – тип бышылданы ул.

– Үҙең кеүек ҡалай матур исемең! Яҙгөл, һиңә әйтер һүҙем бар ине... Халыҡ йыры – беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ. Әсәйеңдеке лә, минеке лә, бөтәбеҙҙеке лә. Шуға күрә уны әсәйең дә, мин дә йырлайым. –Шуны онотма: йыр кешегә ҡыуаныс та, йыуаныс та бирә, хәсрәттәрҙе баҫа, һағыштарҙы тарата. Аңланыңмы?

Ҡыҙ ризалашып башын ҡаҡты.

Нәфисә Ҡасимова сығышын кескәй тамашасы бүлдергән йыр менән тамамлап ҡуйҙы. Уға тотош зал ҡушылды. Уралиә апай ҙа ихласланып йырланы.

Урал ҡаялары юғары,

Урал ҡаялары юғары,

Һеҙҙән яҡын дуҫтар юҡ әле.

Артисткаға сәскә бүләк итеүселәр күп булды. Улар араһында Яҙгөл дә бар ине.

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар