Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 14-12-2016, 12:59 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр / Хайуандар илендә / Тәржемәләр

Просмотров 1 063
Бүре, ҡусҡар һәм һағыҙаҡтар

 

Бүре, ҡусҡар һәм һағыҙаҡтар

(Француз әкиәте)

 

Бер саҡ бүре урманда ҡусҡарҙың аяғына баҫҡан.

– Ниндәй яуыз һин, бүре! – тигән ҡусҡар. – Ниңә кескәйҙәрҙе ҡыйырһытаһың? Ә бит мин һинән дә етеҙерәк йүгерә алам! Иртәгә иртән ошонда кил, ана теге йылға ярына саҡлы кем алдан барып етә, шул еңеүсе була.

– Ярай, килермен, меҫкен зат, һиңәме һуң мине уҙырға?! – тип көлгән бүре. Һәм ары киткән. Бер аҙ барғас, һағыҙаҡтарҙың ояһына баҫҡан.

– Ниндәй яуыз һин, бүре! – тигәндәр һағыҙаҡтар. – Ниңә кескәйҙәрҙе ҡыйырһытаһың? Ә бит беҙ һинән дә көслөрәк. Беҙ һине йылғаға батыра алабыҙ хатта! Иртәгә иртән ошонда кил, көс һынашып ҡарарбыҙ!

– Ярай, килермен, бахыр заттар, һеҙгәме һуң минең менән алышырға?! – тип көлгән бүре.

Бүре киткәс, ҡусҡар һағыҙаҡтарға былай тигән:

– Иртәгә иртән бөтәгеҙ бергә йыйылығыҙ ҙа, йылға буйындағы таллыҡҡа йәшенегеҙ. Мин дә үҙемдең дуҫтарыма хәбәр бирермен. Беҙ бүрене йылға буйына килтереп еткергәс, уның өҫтөнә ташланығыҙ, ул мотлаҡ йылғаға сумырға мәжбүр буласаҡ.

Ҡусҡар үҙенең дуҫтарын биш аҙым һайын йылғаға ҡәҙәр теҙеп сыҡҡан. Икенсе көндө иртән бүре, һөйләшелгән урынға килгәс:

– Һин бындамы, ҡусҡар? – тип һораған.

– Бында, әйҙә, бәйгене башлайбыҙ!

Бүре йән фарман сабып киткән. Биш аҙым һайын теҙелгән ҡусҡарҙар, бер-бер артлы "Мин бында! Мин бында!” тип ҡысҡыра икән. Бүре йылға ярына килеп етеү менән, һағыҙаҡтар уны һырмап алған да, сағырға тотонған. Бүре, ауыртыуға түҙмәй, һыуға һикергән. Мороно ғына күренеп тора икән. Һағыҙаҡтар уның моронон да саға икән. Ниһайәт, яуыз бүре батҡан, ти. Ҡусҡарҙар һәм һағыҙаҡтар, бер бәләнән ҡотолоуҙарына ҡыуанып, урманға ҡайтып киткән.

Эйе, берҙәмлек булғанда, дошманды еңеп була икән шул.

 

Рәдиф ТИМЕРШИН тәржемәһе.

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар