Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 24-12-2016, 14:51 | Категория: Байрамдар / Яңы йыл / Авторҙар

Просмотров 742
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2016
Рубрика:Байрамдар / Яңы йыл / Авторҙар
Исеме:Ҡыш бабайым ифрат уңған...
Автор:Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Зыяи

 

 

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА

Ҡыш бабайым ифрат уңған...

Ҡыш бабайым ифрат уңған

Ҡыуаҡлыҡҡа ҡыуыш ҡорған,

Убаларға көпө һырған,

Ужымдарға япҡан юрған.

Аҡсарлаҡ булып аҡ ҡарҙар

Йәшел шыршыларға ҡунған,

Боҙ ялтырай күл өҫтөндә,

Йылғала һыу күптән туңған.

Ҡайындарҙа ялтыр һырға,

Сыңлауҙары оҡшай йырға,

Өйҙәр тәпәшләнеп ҡалған,

Ҡыйыҡтарға кәпәс һалған.

Шишмә генә бирешмәгән,

Һаман аға сылтыр-сылтыр,

Билғаулаған көмөш ҡәмәр,

Семәрләгән селтәр-селтәр.

Ҡыш бабайым бигрәк уңған,

Биҙәгән һәр ерҙе йылдам,

Саңғы, сана, коньки менән

Ҡаршылайым уны йыл да.

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар