Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы
Просмотров 1 146
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2017
- Рубрика:Хаттар / Фотолар / Мөғжизә иле-мәктәбем
- Автор:Альбина Назарова
- Район:
- Рәссам:
Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында бик фәһемле осрашыу үтте. Беҙгә үҙенең аҡбуҙ атына атланып «Аҡбуҙат» журналының яуаплы сәркәтибе Айнар Рәзән улы Байбулатов килде.
Был осрашыуға бик күп уҡыусылар йыйылды. Хөрмәтле ҡунаҡ журнал менән таныштырҙы, рубрикалар тураһында һөйләне, уҡыусылар менән бик мауыҡтырғыс уйындар үткәрҙе. Иң отҡорҙар һәм әүҙемдәр бүләктәргә лайыҡ булды.Балалар «Аҡбуҙат» журналына һүрәттәрен, шиғырҙарын, фотоһүрәттәрен ебәреп торорға һүҙ бирҙе.
«Аҡбуҙат» журналын алдырып, баҫманың тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге140-сы башҡорт
гимназияһы коллективы һәм уҡыусылары ат сувениры менән бүләкләнде. «Был бүләк менән беҙ ныҡ ғорурланабыҙ һәм
киләсәктә тағы ла әүҙемерәк буласаҡбыҙ!» — тип вәғәҙә итте балалар.
Кескәйҙәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан «Аҡбуҙат»журналын уҡып, беҙҙең уҡыусылар ысын башҡорт рухлы булып
үҫәләр. Ошондай йылы осрашыуҙар йышыраҡ булыр, тип өмөтләнә гимназия уҡыусылары.

Альбина Назарова.
Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар