Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 7-02-2017, 09:02 | Категория: Авторҙар / Тылсымлы һандыҡ / Бишек йырҙары / Йырҙар

Просмотров 927
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2017
Рубрика:Авторҙар / Тылсымлы һандыҡ / Бишек йырҙары / Йырҙар
Исеме:Сәңгелдәк йыры
Автор:Мәүлит Ямалетдин
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина Әхмәҙуллина

Сәңгелдәк йыры

Мәүлит Ямалетдин

Сәңгелдәк йыры

 

Мауыҡтырғыс утҡа мансып

Серле төн йөҙөн,
Тәҙ(е)рәнән ҡарай күктең
Ярты көмбәҙе.
Күҙҙәреңдә балҡып яна
Кескәй бер йондоҙ.
Йоҡла, улым, ихлас уйнап,
Арының көндөҙ.
Йом күҙеңде, ҡалһын йондоҙ
Бикләнеп шунда.
Әсәһе — Ай көтһөн уны
Ҡыйыҡ башында.
Ал таң атҡас, хушлашыр саҡ
Етер уға ла.
Ҡайтып һөйләр әсәһенә
Һинең турала.
Мең йыл үткәс, ошо йондоҙ
Хәтерләр һине;
Күҙҙәреңдә таңға тиклем
Йоҡлаған төндө.

Сәңгелдәк йыры

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар