Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-04-2017, 06:46 | Категория: Яңылыҡтар / Ҡотлауҙар

Просмотров 879
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2017
Рубрика:Яңылыҡтар / Ҡотлауҙар
Исеме:Мөғжизәле «Тамыр» илендә
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА әҙерләне.
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Мөғжизәле «Тамыр» илендә

 

«Тамыр» балалар студияһын 25 йәшлек байрамы менән тәбрикләйбеҙ! Тамырҙары ныҡлы, емештәре мул булһын!
 

Мөғжизәле «Тамыр» илендә

 
Күңелдәрҙе дәртләндереп,
Саҡыра Тамыр иле.
Йылы, нурлы Сәңгелдәктән
Асыла сабый теле.
 
Шатлыҡ йырҙары тарала
Алыҫ-алыҫ яҡтарға.
Әкиәт китабы кеүек,
Серле бала саҡтарға.
 
Мөғжизәле «Тамыр» илендә
 
 
ӘЮЯ ҡаласығында
Йәшәй хәрефтәр, өндәр.
Ә Сулпылар утрауында
Сылтырлап бейей көндәр.
 
Борсаҡ һымаҡ һикерешә
Унда Зирәк балалар,
Тәмлекәскәй Бауырһыҡтан
Ауыҙ итеп алалар.
 
Семәрле генә Иләүгә
Тау-тау хәбәр тултырып,
Һөнәр өйрәнә малайҙар
Шәп арбаға ултырып.
 
Фәнүник, Һуҡыр Шүрәле
Биг(е)рәк Ғәләмәт донъя!..
Тылсымлы Тамыр иленә
Барлыҡ мөғжизә һыя!
 
Мөғжизәле «Тамыр» илендә
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар