Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-04-2017, 06:58 | Категория: Изгелек / Минең ғаиләм

Просмотров 915
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2017
Рубрика:Изгелек / Минең ғаиләм
Исеме:Ялҡау ҡыҙ
Автор:Сәфинә ХӘКИМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Әлфиә ШАФИҠОВА

Ялҡау ҡыҙ

 

Сәфинә ХӘКИМОВА
Ялҡау ҡыҙ
 
Әсәһе менән бик матур, янып торған ҙур ҡара күҙле Дәлилә исемле ҡыҙыҡай йәшәгән. Әсәһе
ҡыҙына ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән, өйҙә бар эште лә үҙе башҡарған. Дәлилә уҡырға барған. Әммә
иркәләнеп йәшәүен дауам иткән. Бер көн мәктәптән ҡайтып килгәндә, юл ситендә бер ҡарт Дәлиләгә
һүҙ ҡуша:
— Балам, таяғымды алып бир әле, ҡулымдан төшөп китте.
— Кәрәк булғас, үҙең ал, — тиеп яуаплай ҡыҙ.
Ҡарт бабай:
— Һин шундай матурһың, етеҙһең, ә минең үрелергә билем ауырта шул,— тигән.
— Юҡ йомошоң менән башымды ҡатырма, — тигән ҡыҙ.
Өйгә ҡайтҡас кейемдәрен нисек етте шулай ырғытып, ашығып, өҫтәлдәге планшетына үрелгән.
Уйнай торғас, кис еткәнен дә һиҙмәй ҡалған. Дәлилә тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, әсәһен көткән.
Дәрестәрен дә әҙерләмәгән. Асығып, илап йоҡлап киткән. Әсәһе ауырып дауаханаға эләккән булған икән.
Иртәгәһен мәктәпкә барғанда кисәге ҡарт тағы ла юлында осрай.
— Нимә булды, ҡыҙым? — тип һорай бабай уның күңелһеҙ икәнен күреп. — Бәлки, ярҙам итә алырмын.
— Әсәйем ҡайтманы, миңә бик ҡыйын, — ти Дәлилә.
— Ә һин үҙең бар эште лә эшләпөйрән, әсәйеңә ярҙамлаш, еңелерәк булыр, — тип һүҙен дауам иткән ҡарт.
Бабайҙың яғымлы һүҙҙәренән күңеле тулып, ул илап ебәрә Дәлилә.
Дәрестән һуң ҡыҙ ҡабаланып ҡайта ла кейемдәрен элә, туҙып ятҡан уҡыу кәрәк-яраҡтарын йыйыштыра. Бабайҙың әйткәндәре гел ҡолағында сыңлап тора. Әйтерһең, Дәлиләнең эргәһендә генә, бар эштәрен ҡарап, күҙәтеп ултыра.
Әсәһе ҡайтҡас, өйҙәге тәртипте, өҫтәлдәге ризыҡтарҙы күреп аптырап ҡала.
— Әсәй-әсәкәйем, һиңә ярҙам итеп, ҡыуандырып ҡына торасаҡмын! — тип Дәлилә уны ҡосаҡлап ала.
— Бындай ярҙамсы булһа, арымам да, ауырымам да, — тип шатлана әсәһе.
Шул көндән башлап Дәлилә әсәһенең ҙур ярҙамсыһына, ғорурлығына әйләнә, уҡыуы ла яҡшыра. Әсәһе ҡыҙына бесәй балаһы бүләк итә.
 
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар