Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-04-2017, 07:09 | Категория: Байрамдар / 8 март

Просмотров 680
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2017
Рубрика:Байрамдар / 8 март
Исеме:Яҙғы гөлләмә
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Яҙғы гөлләмә

 

Яҙғы гөлләмә
 
Ҡәҙерле балалар! Әсәйҙәр өсөн иң ҡәҙерле бүләк ҡайһы магазинда һатыла икән, тиһегеҙме? Магазинда юҡ шул. Ә бына үҙ ҡулдарығыҙ менән яһаған бүләккә әсәйҙәрегеҙ сикһеҙ шатланасаҡ. Әйҙәгеҙ, донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙгә гөлләмә бүләк итәйек!
Һеҙгә сәскә эшләү өсөн кәрәк буласаҡ:
1) 2 аш ҡалағы көнбағыш майы;
2) 2 аш ҡалағы йылы һыу;
3) 4 аш ҡалағы он;
4) Йәшел, ҡыҙыл төҫтәге буяуҙар;
5) Муйыл ағасы ботағы;
6) Нәҙек бумала.
Көнбағыш майы, һыу, ондо ҡушып ҡамыр эшләгеҙ. Оҙаҡ ҡына әүәләгеҙ. Шыйыҡ булһа, әҙләп он өҫтәргә мөмкин. Пластилин кеүек йомшаҡ масса килеп сығырға тейеш. Баш бармаҡ башындай өс өлөштө шар кеүек йомарлағыҙ ҙа йәймәләр йәйегеҙ. Улар ни тиклем йоҡа булһа, сәскәләр ҙә шул тиклем нәзәкәтлерәк сығасаҡ.
Ә хәҙер сәскә эшләй башлағыҙ. Беренсе йәймәне торба кеүек итеп урағыҙ. Икенсе йәймәне беренсеһенә беркетегеҙ. Өсөнсө йәймәне ағас ботағы менән бергә уратып беркетеп ҡуйығыҙ. Ағасҡа бер-ике урындан япраҡтар йәбештерегеҙ.
Гөлләмәгеҙ биш-алты сәғәт тороп ҡатҡандан һуң ҡыҙыл төҫтәге буяу менән розаларҙы, йәшеле менән япраҡтарҙы бөхтә итеп, ҡабаланмай ғына буяғыҙ. Сәскәләрҙе матур вазаға ҡуйығыҙ. Әсәйҙәргә бүләк әҙер!
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар