Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-09-2013, 07:36 | Категория: Ҡотлауҙар / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана

Просмотров 1 900
"Аҡбуҙат"та баҫылған:1-2011
Рубрика:Ҡотлауҙар / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана
Исеме:Аҡбуҙаттың тыуған көнө
Автор:Туғыҙбаева Фаҡиһа
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Аҡбуҙаттың тыуған көнө / Туғыҙбаева Фаҡиһа

Аҡбуҙатҡа егерме йәш!
Байрам беҙҙең тарафта!
Әйҙәгеҙ, бер күҙ һалайыҡ
Журнал үткән тарихҡа.

Уға Факиһа Туғыҙбаева
Һалды нағышлы эйәр,
Йүгәнде тотоп алды ла
Сапты – ул бит илһөйәр.

Рәхмәт яуғыр:
“Аҡбуҙат” тип
Журналды ул атаны.
Меңләгән кескәйҙәр, гүйә,
Аҡбуҙатҡа атланды.


Айбарлы ла егет икән –
Салауат Кәрим ағай,
Аҡбуҙатҡа һикереп менде,
Түҙеп торамы сапмай?!

Рәссам Сулпан Билалова
Биҙәне “Аҡбуҙат”ты:
Тылсымдары арта барһын,
Ныҡлы булһын ҡанаты!

Зарема Әхмәтйәнова
Яҙҙы шиғыр, әкиәт,
Аҡбуҙат өлгөрә алманы
Уларҙы хатта йөкмәп.

Зөлфиә Күскилдина
Кескәйҙәрҙе яратты.
Хикәйәләр яҙа–яҙа,
Журналды ла таратты.

Аҡбуҙатты эйәрләне
Йөрәкле егет-ҡыҙҙар.
Бейеклектәргә ынтыла,
Ул бит – ҡанатлы толпар!

“Аҡбуҙат”ҡа баш мөхәррир –
Дәрт, илһам юлдаш уға –
Көләс йөҙлө, бала йәнле
Тамара Юлдашева.


Айнар Байбулатов иһә
Инглиз телен өйрәтә.
Өлгөр яуаплы сәркәтип
Өлгө генә күрһәтә.

“Аҡбуҙат” – шиғриәт иле,
Әкиәт, хикәйәт иле,
Тип сабыйҙарҙы саҡыра
Тайсина Миңлегөлө.

“Бәпембә”лә күпме сабый
Ижадын күреп үҫә!
Аңлай шул бала күңелен
Фәтҡуллина Фәйрүзә.

Тылсым донъяһымы әллә
Журнал битенә һыя?
Уны гүзәл итә рәссам
Ҡәйүмова Майя.

Мәрйәм Рәхмәтуллина
Иҫәп–хисапты барлай.
Баҫманың уңыштары бит
Матди нигеҙгә ҡарай.

Теҙгәндә хәрефтәрҙе
Нағышлы еп-энәгә,
“Аҡбуҙат” ҡарап тора
Айытҡол Фәниәгә.

Ҙур байрамына саҡыра
Барлыҡ дуҫын Аҡбуҙат,
Бөтәһе теләк теләйҙәр:
“Йәшә, – тип, – оҙон-оҙаҡ!”
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар