Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 14-06-2017, 13:16 | Категория: Рубрикалар / Изгелек

Просмотров 797
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2017
Рубрика:Рубрикалар / Изгелек
Исеме:Имән
Автор:Виктория ГАПТАРЬ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Виктория ГАПТАРЬ
Виктория ГАПТАРЬ
Имән
Илгизә тәҙрәнән тышты күҙәтте. Уның ниндәй ҙә булһа изгелек эшләгеһе килде. Ҡапыл иҫенә олатаһы ултыртҡан имән ағасы төштө: «Мин дә ағас ултыртайым әле!» Тиҙ генә кейенеп имән янына юлланды. Ерҙән эҙләй торғас, бер башынан морон төрткән имән сәтләүеген күреп ҡалды. Алтын тапҡандай, табышын усына ҡыҫып, ҡыҙыҡай шатлығынан һикергеләп алды. «Ул ҙур булып үҫер, күләгәһендә юлсылар ултырып ял итер. Сәтләүектәре урман йәнлектәренә аҙыҡ булыр. Мин дә берәй ваҡыт ейәнсәрҙәремә уның тураһында һөйләрмен», — тип уйланы Илгизә.
Ҡыҙсыҡ өйгә ингәс, быяла һауыт алып, эсенә ҡәҙерләп кенә сәтләүеген һалды. Шунан тәҙрә төбөнә яҡтыға илтеп ҡуйҙы. Табышы ла ҡыҙҙың өмөтөн аҡланы.
Морон төртөп сыҡҡас, көндән-көн оҙонайып, буйға һуҙылды. Илгизә үҫентеһен олатаһының имәне янына ултыртты. «Әйҙә, ул да олатаһы менән серләшеп, шаулап бергә үҫһен», — тип уйланы ҡыҙсыҡ ҙур ҡәнәғәтлек менән.

Рәссам Виктория ГАПТАРЬ
05-2017
 
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар