Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 12-10-2017, 10:57 | Категория: Авторҙар / Туған тел

Просмотров 748
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2017
Рубрика:Авторҙар / Туған тел
Исеме:МИН БАШҠОРТ
Автор:Наилә ХӘМБӘЛИЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат ҒАРИПОВ

МИН БАШҠОРТ

Тик башҡортса өйҙә һөйләшәбеҙ,

Әсәйем дә, беҙ ҙә — балалар.

Беҙҙең атай шундай тәртип ҡуйҙы,

Йәшәһәк тә бик ҙур ҡалала.

Иртән торғас: "Атай, әсәй!”, — тиеп

Сәләмләйбеҙ, теләп теләктәр.

Күршеләргә «Һаумыһығыҙ!” — тибеҙ,

«Рәхмәт!”, — тибеҙ, алһаҡ бүләктәр.

Башҡорт китаптары кәштә тулы,

Башҡортса күп гәзит-журналдар,

Олатайым беҙгә килгәнендә

Тик башҡортса һуҙа йыр-моңдар.

"Салауаттың беҙ , — ти, — тоҡомдары,

Беҙ — башҡорт!”, — ти минең атайым.

Башҡорт булғаныма күкрәк киреп,

Башым сөйөп, ғорур атлайым!

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар