Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-12-2017, 05:37 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 623
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2017
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:Рәхмәтле булайыҡ
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Әлфиә ШАФИҠОВА

Рәхмәтле булайыҡ

Нияз менән Ғайсар урамда туп уйнап йөрөйҙәр ине. Ҡапыл етеҙ туп кесерткән араһына тәгәрәп инде лә китте. Ғайсар аптырап торған арала, Нияз ҡайҙандыр оҙон таяҡ табып, шуның менән тупты тартып та сығарҙы. Ҡыуанышып, ике дуҫ тағы ла уйындарын дауам итте. Өйгә ингәс, Ғайсар ошо хәлде өләсәһенә һөйләп бирҙе.
— Ә һин Ниязға рәхмәт әйттеңме һуң? — тип һораны өләсәһе.
— Юҡ...
— Ә нишләп әйтмәнең?
— Әлләсе...
— Бәй?.. Шулай яраймы ни? Беҙгә изгелек эшләйҙәр икән, мотлаҡ рәхмәтле була белергә тейешбеҙ бит. «Рәхмәт» бик матур, яғымлы һүҙ ул. Ҙур көскә эйә үҙе. Туған телебеҙ бик бай, наҙлы һәм яғымлы, һәр бер һүҙе аҫыл ташҡа бәрәбәр, — тине өләсәһе.
— Аңланым, өләсәй. Бынан һуң мин гелән рәхмәт әйтеп йөрөрмөн. Әсәйемә тәмле аштары, бәлештәре, һиңә йылы ойоҡбаштар өсөн... — тип теҙеп алып китте малай.
— Үҙеңә рәхмәт, балам, шулай итәғәтле булғаның өсөн! Аҡыллы, тәүфиҡлы булып үҫегеҙ барығыҙ ҙа! — тиеп ейәндәренең һәр береһен арҡаһынан һөйөп алды ҡәнәғәт өләсәй.
Миңлегөл ТАЙСИНА
Рәссам Әлфиә ШАФИҠОВА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар