Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-12-2017, 07:40 | Категория: Бәпембә / Шиғырҙар

Просмотров 525
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2017
Рубрика:Бәпембә / Шиғырҙар
Исеме:Бәшмәктәр
Автор:Нәсимә ҒАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА

 

 

Көҙөн йылы ямғырҙан һуң
Ҡалҡып сыҡты бәшмәктәр.
Киттем бәшмәк йыйырға мин,
Улар хәҙер күмәктәр.
Эшләпәле дуҫтарым, тип,
Ҡайҙа инеп боҫҡандар,
Таба алмай арып бөттөм,
Минән ниңә ҡасҡандар?
Үлән араһында ғына
Боҫоп ҡалған аҡ бәшмәк,
Ерән бәшмәк бөҙрәләнеп,
Мүктән кейгән шәп бишмәт.
Ҡыҙыл ҡалпаҡ, аҡ борсаҡлы
Тырҡыш бәшмәк ағыу ул.
Ситтән генә ҡарап үтәм,
Хәйлә тапҡан, сағыу ул.
Бәшмәк йыйырға өйрәндем,
Ҡайҙа, нисек табырға,
Ашарға яраҡлыларын
Дөрөҫ кенә танырға.

Нәсимә ҒАЙСИНА


(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар