Көҙ
Просмотров 597
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2017
- Исеме:Көҙ
- Автор:Артур ВӘЛИЕВ
- Район:Туймазы ҡалаһы
- Ауыл:2-се урта мәктәп
- Рәссам:
Көҙ етте инде, япраҡ ҡойола,
Һуңғы һулышын тәбиғәт ала.
Эй, матур көҙҙәр, игендәр тулы,
Бик күркәм дә һин, йылдың миҙгеле!
Аҡ ҡоштар оса йылы яҡтарға,
Матур гөлдәрҙе булмай һаҡларға.
Миләш тәлгәше ҡыҙыл ут яна,
Көҙҙәр килгәнде билдәләй йәнә.
Артур ВӘЛИЕВ.
Туймазы ҡалаһы, 2-се урта мәктәп.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар