Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-07-2017, 18:59 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 1 550
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2017
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:Алтын ашыҡ
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов

Алтын ашыҡ

Алтын ашыҡ

(Башҡорт халыҡ әкиәте)
Йәшәгән, ти, бабай менән әбей. Уларҙың бер улдары булған. Атаһы уға алтын ашыҡ биргән, ти. Малай гел шул ашығы менән уйнаған. Шуға ла уйында һәр саҡ өҫтөнлөк алған. Бер ваҡыт малайҙың атаһы мал-тыуарын һыу эсерергә алып  барған. Ә тегеләр күлгә яҡын да килмәйҙәр икән, тыпырсына баҫып тик торалар, ти. Бабай ҡараһа, убырлы ҡарсыҡ бер һарыҡты тотоп алып, һыуға инеп китеп бара, ти.
– Ебәр минең һарығымды! – тип ҡысҡырған бабай.
– Үҙеңдәге берҙән-бер нәмәне бирһәң, ебәрәм, – тигән ҡарсыҡ.
– Бер көтөү һарыҡ бирәм, тик ошоноһон ебәр! – тип инәлгән бабай.
Убырлы ҡарсыҡ һарыҡты ебәрмәгән. Бабай үҙендәге берҙән-бер нәмәне бирергә риза булғас, убыр һарыҡты ысҡындырған. Ә бабай йәйләүҙе ташлап, икенсе ергә күскән. Киткәндә улының алтын ашығын көлгә күмеп ҡалдырған, ти.
Икенсе йәйләүгә килеп еткәс, улы:
– Атай, минең алтын ашығым ҡайҙа? – тип һорай икән.
Атаһы алтын ашыҡтың иҫке йәйләүҙә көлгә күмелгәнен әйткән. Малай уны барып алырға атаһынан ат һораған. «Аттар араһына бар ҙа  йүгәнеңде шылтырат, ҡайһыһы боролоп ҡараһа, шуға атланып китерһең», – тигән атаһы. Малай барып, йүгәнен шылтыратһа, насар ғына бер ат боролоп ҡараған. Атланып, теҙгенен ҡаҡһа, был бик яҡшы атҡа әйләнгән. Малай сабып китеп тә барған.
Барып етһә, бер әбей уның алтын ашығы менән уйнай, ти. Малай:
– Әбей, бир әле минең алтын ашыҡты! – тигән.
Убырлы ҡарсыҡ: «Балаҡайым, билем ауырта, үҙең ал», – тигән.
Малайҙың аты ҡарсыҡтың ҡулынан алтын ашыҡты тешләп алған да сабып та киткән. Убырлы ҡарсыҡ өйөрөлөп бейей-бейей, эт эшләп алып, уға ултырып сапҡан. Тора бара эт ҡола атҡа әйләнә.
Ҡарсыҡтың аты малайҙың атына:
– Ҡола ҡустым, көт инде, аяҡтарым бик талды! – тип кешнәй икән.
Ә теге ат:
– Ҡола ағай, көтөп торор хәлем юҡ! – тип яуап бирә икән.
Убырлы ҡарсыҡ ҡыуып етә алмағас, асыуынан үҙенең атын тотоп ашаған, ти. Бара торғас, алтын ашыҡлы малайҙың да аты туҡтаған.
– Хәлдән тайҙым, бара алмайым, һин анау ағасҡа менеп ултыр инде! – тигән дә үҙе һыуға сумған.
Бына убырлы ҡарсыҡ малай менгән ағас төбөнә килеп етә. Балта ҡайрап ала ла алтын ашыҡлы малай ултырған ағасты сабырға тотона. Яртыһын сапҡас, бер төлкө килеп:
– Эй, әбей, бир балтаңды, үҙем сабып бирәйем! – ти.
Убырлы ҡарсыҡ төлкөгә балтаһын бирә лә үҙе ятып йоҡлай. Ул йоҡлаған арала төлкө балта менән ҡайраҡты һыуға ырғыта ла ағастың сабылған урынын ялап ҡуя, ағас элеккесә төп-төҙөк булып китә.
Убырлы ҡарсыҡ, йоҡоһонан тороп, ағастың төбөн ҡараһа: «Был ни хәл?» – тип иҫе китә. Тағы ла балта менән ҡайраҡ эшләп ала ла ағасты ҡырҡырға тотона. Тағы ла икенсе, шунан өсөнсө төлкө килә:
– Эй, әбей, бир, үҙем сабып бирәйем! – ти.
Убырлы ҡарсыҡ:
– Юҡ инде, хәҙер балтамды бирмәйем! Икәүегеҙ алданы, хәҙер өсөнсөгөҙ килгән! – ти.
– Улар ниндәй ине һуң? — ти төлкө.
– Береһе ҡара, береһе ҡыҙыл ине, – ти убырлы ҡарсыҡ.
– Ә мин аҡмын. Тышым да, эсем дә аҡ, яуызлыҡ уйламайым! – ти төлкө.
Убырлы ҡарсыҡ төлкөгә балтаһын бирә лә ятып йоҡлай. Төлкө тағы ла эш ҡоралдарын һыуға ырғыта ла ағасты ялап, төп-төҙөк итә.
Убырлы ҡарсыҡ урынынан тороп, ағастың төбөн ҡараһа: «Был ни хәл?» – тип иҫе китә.
Ағас башындағы алтын ашыҡлы малай янына ҡарға осоп килә лә:
– Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ һиңә сәләм әйтте! – ти.
Алтын ашыҡлы малай ҡарғаға:
– Аҡҡоллағым менән Һаҡҡолағым хәҙер үк бында килһендәр. Барып әйт шуны! — ти. Ҡарға:
– Юҡ, әйтмәйем, убыр ашаһын әйҙә үҙеңде: миңә лә ҡалыр! – ти.
Ҡарға китеүгә бер турғай килеп ҡуна. Ул да:
– Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ һиңә сәләм әйттеләр! – ти. Алтын ашыҡлы малай турғайға:
– Дуҫтарыма әйт, зинһар, бында килһендәр, – тип үтенә.
– Күрһәм, әйтермен! – ти ҙә турғай пыр-р итеп осоп китә.
Убырлы ҡарсыҡ эттәрҙең ҡолағына ҡурғаш ҡойоп киткән икән. Турғай ҡурғаштарҙы суҡып алғас, эттәр ярҙамға ашыҡҡан.
Бер ваҡыт юлда саң күтәрелеп китә. Убырлы ҡарсыҡ быны күреп, ағас башындағы малайҙан:
– Эй, улым, юлда ниндәй саң ул? – тип һорай.
– Һиңә шатлыҡ, миңә ҡайғы килә, – тигән була малай.
Йән фарман сабып килгән Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡты күреп убырлы ҡарсыҡ тиҙ генә һыуға сума. Ә эттәр: «Беҙ убырҙы еңһәк, һыу өҫтөнә ҡара ҡан сығыр, ул беҙҙе еңһә – ҡыҙыл ҡан күренер», – тип убырлы артынан сумалар.
Бер аҙ торғандан һуң, һыу өҫтөнә ҡыҙыл ҡан сыға. Малай илап ебәргән, ти. Ә ҡара ҡан сыҡҡас, малай шатлығынан көлөп ебәргән, ти.
Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ һыуҙан сығалар. Убыр береһенең ҡолағын өҙөп алған икән – ҡыҙыл ҡан аҡҡан. Эттәр артынан һыуҙан алтын ашыҡлы малайҙың аты ла килеп сыҡҡан. Малай уға атланған да ата-әсәһе янына ҡайтып киткән, ти.
 
Һүҙлек:
Ашыҡ, бәкәл, шайтан ашығы — лодыжка,
лодыжечная кость (рус.).
Алтын ашыҡ — Золотая игральная кость (рус.).
Ашыҡ уйыны — Игра в пальчики (рус.).
 
07-2017
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар