Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 3-01-2018, 16:08 | Категория: Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 808
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2017
Рубрика:Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Ҡыш Бабайҙың бала сағы
Автор:Сәрүәр Сурина
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Күктә, бейектәге матур илдә, йәшәгән, ти, Һыуыҡ батша. Уның Ҡыш исемле улы булған, ти. 
Бер көндө Ҡыш атаһына былай тигән:
— Атай, мин ҙурайҙым, донъя күреп ҡайтайым әле.
— Ярай. Ҡояш нурҙарына эйәр ҙә Ер өҫтөнә төш. Ерҙә нимә яҡшы: хәйләме, көсмө, аҡылмы, шуны ла белешеп ҡайт, — тигән батша.
Ҡыш етеү менән көн һыуыта, ҡар яуа башлай. Ул бара-бара, артынан ала-сола ер ҡала, ти. Ҡара көҙҙән һуң ҡыраяҡ тигән йоҡа ҡарлы миҙгел шунан ҡалған ул.
Кинәт, Ҡыш илап ултырған бер ҡыҙыҡайҙы күрә.
— Ни булды, ниңә илайһың? — тип һораша Ҡыш.
— Ҡуянды ҡыуып етә алмайым, — тип яуап бирә ҡыҙыҡай.
— Ниндәй ҡуянды? Нимәгә ул һиңә?
— Ҡуянға тун тегәм. Уның һоро туны йоҡа, етмәһә, әллә ҡайҙан күренеп тора.
Аҡ ҡар төҫөндәге ап-аҡ яңы туны уны күп бәләнән ҡотҡарыр ине. Ошо хыялым тормошҡа ашһа, мөғжизә буласаҡ, — тигән ҡыҙыҡай. «Бүләк биреү һәйбәт икән, мөғжизә лә бик кәрәк миңә»,— тип уйлай Ҡыш.
Ҡыш артабан атлай. Ер өҫтө ҡырпаҡ ҡар менән ҡапланған, һауа саф.
Ҡапыл, кемдер сырылдаған тауышҡа, «терт» итеп ҡала. Ипләп ҡараһа, тоҙаҡҡа эләгеп торған ҡуянды күрә.
— Ҡыҙыҡай һиңә аҡ тун теккән, һөйөнсө, — тигән Ҡыш.
— Улайһа, мине тоҙаҡтан ысҡындыр.
— Тик һин хәҙер үк ҡыҙыҡай янына барып, аҡ тунды кейеп алаһың!
— Был бит мөғжизә!.. Ышанырғамы, юҡмы? – тип аптырай, ти, ҡуян.
— Эйе, аҡ тун — ҡышҡы мөғжизә, — тигән Ҡыш һәм ҡуянды тоҙаҡтан ысҡындырып ебәргән. «Мин ерҙе мөғжизә менән тултырайым әле!» — тип уйлап, үҙе ары атлаған. Йылғалар аша «һә» тигәнсе боҙҙан күперҙәр эшләгән, ағасүләндәрҙе ашап үрсегән бөжәктәрҙе йоҡларға һалған. Әллә ниндәй яман сирҙәр тарата торған киҙеүвирустарҙы ла юҡ иткән, ти.
Кинәт, кемдер Ҡыштың арҡаһына «шап» итеп ҡар бәргән. Әйләнеп ҡараһа, бер малай килә, ти.

Ҡыш Бабайҙың бала сағы

[thumb]http://iskanderia.ru/uploads/posts/2018-01/1514982686_12-2017-06.jpg[/thumb

— Минең тоҙағыма эләккән ҡуянды һин ысҡындырҙыңмы? Нисек баҙнат иттең? Алыштанмы, һалыштанмы?
— Алыштан да, һалыштан да, — тип яуап биргән Ҡыш.
— О-һо! Уйнайыҡмы, аунайыҡмы? — тип ныҡыша малай.
— Аунайыҡ нисек була?
— Ап-анһат! — тип, малай Ҡышты аяҡ салып йыға.
Шунан ҡулынан тартып торғоҙа. — Илаҡ түгелһең, һинең менән уйнарға була.
— Йә инде, уйнайыҡ, — ти Ҡыш.
— «Гөп-гөп, ах-ух, зыйт-зыйт» тигән шәп уйын
уйнарбыҙ. Тәүҙә таш йыяйыҡ, — ти малай.
Таш йыялар. Бер ҡыуаҡлыҡҡа бәрә башлайҙар. Таштар ҡыуаҡ араһына «гөп-гөп» итеп барып төшә, ти. Бер ваҡыт ҡыуаҡ «ах! ух!» тип ҡысҡырып ебәрә. Малай, шатлығынан һикерә-һикерә, Ҡышҡа:
— Булды, «ах-ух» башланды, тағы таш сәпәйек,— ти. Ҡыуаҡ араһынан
Айыу үкереп килеп сыға ла быларға ташлана.
— Айыу үсекте, «зыйт-зыйт» башланды, — тип ҡысҡыра малай. — Тиҙ бул, ҡасабыҙ. Ҡыш уның артынан йүгерә.
Малайҙың үксәләре генә ялтырап ҡала.
— Эй, айыу, ҡарале, минең үксәм дә ялтыраймы? — тип һорай Ҡыш айыуҙан һәм, туҡтап, үксәһен күрһәтмәк була. Айыу уны тотоп ала ла түпәләй башлай.
— Ярҙам итегеҙ! — тип һөрән һала Ҡыш. Малай килеп етә, тик Айыу ғәләмәт көслө икән, был икәүҙе
еңеп һалып ҡуя.
— Ҡайһығыҙҙы тәүҙә ашайым? — тип үкерә Айыу.
«Артыҡ шаянлыҡ насар булып бөтә икән», — тип уйлап ҡуя Ҡыш.
Малай шул саҡ шарҡылдап көлә башлай.
— Нишләп көләһең ул? — тип ғәжәпләнә айыу.
— ТЫРБА килһә, тәүҙә уны ашар инең. ТЫРБА тәмлерәк ул...
— Ҡайҙа ул ТЫРБА?
— Саҡырайыҡмы?
— Саҡырығыҙ, — ти Айыу.

Ҡыш Бабайҙың бала сағы

  Малай бер өҙлөкһөҙ: «Тырба, Тырба, Тырба!» тип ҡабатлай башлай. Уға ҡушылып Ҡыш менән Айыу ҙа ҡысҡыра. Шул саҡ батыр егет килеп етә. Ул Айыу менән шундай ныҡ итеп күрешә, тегеһе, тәпәйен ыуа-ыуа, урманға тая. Хатта ерҙе өңөп, инеп тә китә.
Шунан бирле, ҡыш яҡынлашыу менән, айыу йоҡларға өңөнә йәшенә, ти.
Ҡыш батыр егеттең көсөнә һоҡлана. Өсәүләп артабан китәләр. Быларға аҡ һаҡаллы бер ҡарт осрай. Уға ҡыҙыҡай эйәргән, ти.
— Ергә Һыуыҡ батшаның улы Ҡыш килгән, тиҙәр. Ҡунаҡ итәйек! Байрам яһайыҡ!
Ейәнсәрем ҡуянға аҡ тун текте. Шул тунды ҡуянҡайға кейҙереп, ҡыуанып йөрөп ятабыҙ. Беҙгә бик килеште ҡышҡы мөғжизәләр.
— Мин Ҡыштың үҙе булам инде. Атайым ергә донъяны өйрәнергә ебәрҙе. Бабай, әйт әле, ерҙә нимә яҡшы — хәйләме, көсмө, аҡылмы? — тип һораған Ҡыш.
Аҡһаҡал ҡарт былай тип яуап биргән:
— Хәйлә хәлде бөтөрә, көс көстө үлтерә, аҡыл алға сығара. — Ҡыш уның һүҙҙәрен ҡабатлап ҡарай, ятлай ҙа алмай, аңлай ҙа алмай. Малай менән ҡыҙыҡай ҙа, батыр егет тә ҡарттың һүҙҙәрен аңларға тырышып, баш вата башлаған, ти. Ҡыш буйына уҡыу, ятлау, ҡабатлау шул замандан тороп ҡалған, имеш.
Әллә күпме мажара күреп, мөғжизәләр яһағас, Ҡыш Һыуыҡ батша янына ҡайтып китә, күргән-белгәндәрен һөйләй.
Һыуыҡ батша улынан һорай:
— Йә, нимәләр күрҙең?
— Малайҙың шаянлығы, егеттең көсө, ҡарттың аҡылы һәйбәт, — ти Ҡыш.
— Ҡыҙыҡайҙың уңғанлығын ал, хәйләнең дә кәрәге тейер, — тигән Һыуыҡ батша.
Шунан бирле Ҡыш ергә килеп йөрөй. Ул килгәндә ҡуян аҡ тунын кейә, айыу ояһында боҫоп ҡала. Бөтә ҡыҙыҡайҙар Ҡарһылыу булып кейенә. Ҡыш малайҙар кеүек шаян, батырҙар кеүек ҡурҡыу белмәҫ, ҡарттар һымаҡ аҡыллы икән. Хәйләнең дә нимә икәнен белә, үҙен яраттырып, бөтәһе менән дуҫ йәшәй.

Сәрүәр Сурина
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар