Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-09-2013, 13:34 | Категория: Рубрикалар / Арҙаҡлы шәхестәр

Просмотров 1 486
Нескә күңелле батыр

Иртә таңда, олатаһына утын ярышҡанда, Марат өй эргәһендәге баҡсала бер ҡоштоң матур итеп һайрағанын ишетте.

- Эй, һайрай ҙа һуң өҙҙөрөп! – тигән булды.

– Сонар ҡош – ата һандуғас ҡына шулай моңло һайрай ала, – тине олатаһы. - Салауат батыр ҙа: “Ниндәй моң ул һандуғаста?” тип йырлаған бит.

– Салауат батырҙы нескә күңелле итеп түгел, ә мөһабәт кәүҙәле, көслө яугир итеп күҙ алдыма килтерәмсе, – тине Марат.

– Бәләкәй сағында Салауат уйсан малай булған ул. Сәғәттәр буйына турғай, аҡ сәпсек, ҡарлуғастар осҡанын күҙәтеп ултырған. Сәскәләр менән һөйләшергә яратҡан. Әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе онотолоп тыңлаған.

Улының нескә күңелен тойған атаһы йыш ҡына:

– Ҡыҙыҡай был, торғаны ҡыҙыҡай! Нисек кенә итеп ат менер инде? – тип көйәләнер булған.

Өс йәше тулғас, атай кеше улын эйәргә ултыртҡан. Салауат йүгән осо менән ҡыйыу ғына атҡа һуғып: “На-на-на!” – тип ҡысҡырған.

Атаһы, ҡурҡа төшөп, аттың ауыҙлығын тотайым, тиһә, аҡыллы хайуан, малайҙы уйнатҡан һымаҡ ҡына итеп, ун аҙымдай ерҙе яй ғына юртып үткән.

Бәхетле атай улын эйәрҙән күтәреп төшөргән дә:

– Ҡыҙыҡай буламы һуң, ысын егет бит был! – тип ҡосаҡлаған.

Бик көслө булып үҫә Салауат. Һигеҙ йәшендә үк малай-шалай менән айҡаша. Көс һынашҡанда, ул һәр ваҡыт еңеп сыға, сәпкә атышҡанда, уғы яҙлыҡмай. Хатта ололарға ла ал бирмәй. Йәш сағында бөркөттәр, бүреләр, айыу менән алышы тураһында ла риүәйәттәр бар. Уның аты ла, эйәре лә, ҡамсыһы ла, ҡылысы ла нәҡ әкиәт батырыныҡылай.

– Ә кем уны шулай батыр итеп тәрбиәләй алды икән? – тине йотлоғоп тыңлаған ейәне.

–Атаһы – Юлай Аҙналин да аҡыллы, абруйлы һәм көслө кеше булған. Башҡорттар уға ихтирам менән ҡараған һәм бер нисә тапҡыр волость старшинаһы итеп һайлаған. Әсәһе Аҙнабикә лә көслө рухлы, уҡымышлы булған, улын уҡырға-яҙырға өйрәткән.

– Олатай ҡара, һандуғас та тын ҡалды. Әллә ул да һин һөйләгәнде аңлап, Салауат батырҙы иҫкә аламы икән?

– Эйе, беҙ милли батырыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Ҡарттар быуындан быуынға уның хаҡында һөйләй. Мин һиңә, һин үҫкәс - бала-сағаларыңа еткерерһең. Салауат исеме үлемһеҙ ул!

Фәйрүзә Фәтҡуллина әҙерләне.

(В.В.Сидоровтың “Шағир һәм яугир Салауат” китабы файҙаланды.)

Рәссам Зөфәр ҒАЯНОВ
(голосов:2)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар