Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-09-2013, 13:36 | Категория: Рубрикалар / Арҙаҡлы шәхестәр

Просмотров 1 411
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Рубрикалар / Арҙаҡлы шәхестәр
Исеме:Аҡай батыр
Автор:Гөлназ ҠОТОЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Аҡай батыр/Гөлназ ҠОТОЕВАКем ул Аҡай батыр, беләһеңме? Белмәһәң, тыңла.
17 быуатта Дим йылғаһы буйына дүрт даруға башҡорттары ҙур йыйынға килә. Ошонда улар, үҙ ерҙәренә үтеп инеп ҡала төҙөргә йыйынған һалдаттарҙы үткәрмәҫ өсөн, алғасҡы төҙөргә булалар. Был эш бөтә халыҡҡа яҡшы билдәле башҡорт батыры Аҡайға ҡушыла.
Аҡай ҡурҡыу белмәҫ батыр булған. Атта етеҙ елгән, ҡылыс менән оҫта һуғышҡан. Уның олатаһы Түләкәй ҙә, атаһы Күсем батыр ҙа заманында бик айбарлы көрәшселәр булып танылған. Башҡорттар иркен, дуҫ, татыу йәшәһен өсөн көстәрен түккән. Дандары алыҫтарға таралған. Күсемдең өс улы ҡала: Ахта, Аҡай, Сыуаш. Күсем үлеп киткәс, ҡараҡтар уның улы Аҡайҙың йылҡыларын урлай. Аҡай уларҙы ҡыуып етеп, йылҡыларын алып ҡайта. Ҡасып ҡотолған берәү Аҡайҙы кенәзгә ошаҡлай. Кенәз, сиреү туплап килеп, Аҡайҙы ҡулға ала. Ғәйепһеҙгә төрмәгә ябылған батырын яҡлап, халыҡ кенәзгә илсе ебәрә.
– Батырыбыҙҙы иреккә сығарығыҙ, юғиһә яу асабыҙ, – тип талап итәләр.
Кенәз:
Аҡай батыр/Гөлназ ҠОТОЕВА– Миңә Яйыҡ йылғаһына үтергә юл бирегеҙ, мин унда ҡала төҙөргә урын эҙләйем, – ти.
Башҡорттар:
– Әгәр улар ҡала төҙөһә, ер-һыуыбыҙ бысранасаҡ, балаларыбыҙ телдәрен онотасаҡ, көнө-төнө уларға хеҙмәт итәсәк,– ти.
Яу сыға. Йыл буйы һуғыш бара. Әммә көстәр тигеҙ булмай. Башҡорттар сигенә–сигенә тағы ла алты ай һуғышалар. Яҙын, көндәр йылынғас, тағы ла берләшеп яу күтәрергә уйлайҙар, тик был хаҡта шымсы-хыянатсылар баҫҡынсыларға еткерә. Таң алдынан йоҡлап ятҡан башҡорттарға ут асалар. Бик күп кеше ҡырыла. Ҡатын-ҡыҙҙар, илашып, балалары менән йылғаға йүгерә. Йылғала ҡан йылға булып аға. Шунан бер түрә килеп батша фарманын уҡый.
Йорттарығыҙға ҡайтығыҙ, беҙ һеҙгә теймәйбеҙ,– ти.
Ләкин баш күтәреүселәрҙе аямайҙар: ир-егеттәр язалана, зинданға ябыла.
Ошонан һуң батша, иҫән ҡалған һәр башҡорт ҡаҙнаға бер ат бирергә тейеш, – тигән фарман сығара.
Башҡорттар емерек ауылдарҙы төҙөкләндерегә тотона.
Ә Аҡай батырҙы берәү ҙә ҡабат күрмәй, ул хәбәрһеҙ юғала.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар