Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-02-2018, 12:25 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Фәстереү

Просмотров 717
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2018
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Фәстереү
Исеме:ХОҠУҠ НИМӘ УЛ?
Автор:Юнир САЛАУАТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат ҒАРИПОВ

ХОҠУҠ НИМӘ УЛ?

 — Олатай, нимә була ул хоҡуҡ ? – тип һораны Фәрит.

— Кеше яҡты донъяға йәшәр өсөн тыуа, ә уның өсөн кәрәкле шарттар кәрәк. Бына һин баҡсаға йөрөп тәрбиәләнәһең, унан мәктәптә белем алаһың, беҙ һине йылы өйҙә йәшәтергә тейешбеҙ – былар барыһы ла һинең хоҡуғың, – тип аңлатты олатай.

Уларҙың һөйләшкәнен ситтә генә ятҡан Бесәй ҙә тыңлап, мыйығына урап ҡуйҙы. «Инде күпме йылдар йәшәп, «хоҡуҡ»тың нимә икәнен дә белмәгәнмен бит!» — тип уйланы ул.

Икенсе көндө олатай менән өләсәй — баҙарҙан, Фәрит баҡсанан ҡайтҡас, шаҡ ҡаттылар ҙа ҡуйҙылар. Өй тулы мал-тыуар. Һыйыр — мейес башында,

ә ат, кәзә, һарыҡ диванға ятып телевизор ҡарай. Әтәс тауыҡтары менән түбәләге люстраға менеп ҡунғандар. Эт урындыҡтағы мендәрҙә ята.

— Кем һеҙҙе өйгә саҡырҙы? – тип һораны Фәрит йорт хайуандарынан.

— Мин. Минең генә түгел, уларҙың да йылыла йәшәргә хоҡуғы бар, – тине Бесәй.


Йомаҡтар:

Дүрттер аяғы,

Ҡайсылыр ҡолағы,

Таштан ҡаты тояғы.   (ат)

Йәй ҙә, ҡыш та бер тун кейеп йөрөй.    (һарыҡ)

Кеше түгел — һаҡаллы.    (кәзә)

Юнир САЛАУАТОВ

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар