Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-04-2018, 10:57 | Категория: Йәй / Минең ғаиләм

Просмотров 814
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2018
Рубрика:Йәй / Минең ғаиләм
Исеме:Кесерткәндең әсәһе
Автор:Земфира АҠБУТИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат ҒАРИПОВ


Кесерткәндең әсәһе 

(Хикәйә) 

Беҙҙең тирәлә бала-саға күп. Яҙ етеү менән, ҡарҙан әрселгән ергә һыҙыҡ һыҙып, быяла ырғытып та уйнайбыҙ. ”Гөргөлдәк”, "Ун ике таяҡ”, "Һәйкәл”, "Йәшерәм яулыҡ”, "Үгеҙ йөҙөк” — береһе лә ҡалмай. Иҙелдә боҙ китеүен бөтә ауыл менән көтөп алабыҙ. Баҡса, ҡойма буйҙарында, үлән араһында кесерткәндәр күренә. Бәпкә кеүек йәш, асыҡ йәшел төҫтәге кесерткәндән яҙ һайын әсәйем аш бешерә.

— Витаминдарға бай, һаулыҡ өсөн файҙалы кесерткән ашын йылына бер тапҡыр булһа ла ашау кәрәк, — ти ул. Ә мин яратмайым. Яңылыш сағылһаң да, тән шунда уҡ сабыртып сыға, урыны оҙаҡ әрнеп тора. Бәләкәй булғанға, уйындарҙа ла бик ҡатнаштырмайҙар. Әлфиә һәм Әлиә  апайымдар ни ҡыланһа, шуны ҡыланып, арттарынан эйәреп йөрөйөм шунда. Улар эшләй алған күп нәмәне мин белмәйем. Мәҫәлән, улар «һә» тигәнсе ҡапҡа башына менеп китәләр, килеп төшәләр, әллә ҡайҙа йүгерекләйҙәр. Ә мин йүнләп йүгерә лә белмәйем.

Шулай урам буйында уйнайбыҙ. Йәй көндәрендә ауыл урамы тулып балалар йөрөй, һирәк-һаяҡ ҡарт-ҡоролар күренеп ҡала. Бына үр яҡтан былай табан туйтаң-туйтаң баҫып, Фәтхиямал әбейҙең килгәне күренде. Уны ауылда берәү ҙә исеме менән әйтмәй, Һәтҡи әбей ти ҙә ҡуялар. Беҙ ҙә уның исеме шулай тип уйлайбыҙ.

Шау-гөр килеп уйнап йөрөгән балаларҙың береһе: — Үрге остан Һәтҡи әбей килә! — тине.

Араларынан бер ҡыҙ:

— Әйҙәгеҙ, уны үсекләйек! – тигәйне, башҡалар эләктереп тә алды:

— Әйҙәгеҙ! Әйҙәгеҙ!

Ул ваҡытҡа Фәтхиямал инәй балалар төркөмөнә яҡынлашҡайны. Тулы кәүҙәле булғанға, уның атлауы ла алыҫтан мәрәкә тойола. Кемдер: — Һәтҡи әбей, һимеҙ баҡа, һимеҙ баҡа! — тип сәрелдәне. Уға башҡалар ҡушылды. Күмәкләп «Һимеҙ баҡа, һимеҙ баҡа!» —тип ҡысҡырған тауыш урамды яңғыратты. Мин баҡаның һимеҙен түгел, ябығын да күргәнем булмаһа ла:

— Һимеҙ баҡа! – тип ҡабатланым. Ул мәлгә әбей уфылдай-уфылдай, таяғын туҡылдатып, беҙгә яҡынлашты.

— Ах, мин һеҙҙең кәрәгегеҙҙе бирәйем әле! – тип, таяғын болғап, килә башланы. Ләкин балаларҙың береһе лә тотторманы, ҡасышып бөттө. Мин дә ҡасырға уйлағайным, аяҡтарым тыңламаны. Урамда бер үҙем тороп ҡалдым. Таяғын алға һоноп, балалар баҫтырып йөрөгән инәй, мине күреп, туҡтап ҡалды. Шунан баҡса буйынан итәге менән кесерткән өҙөп алып:



— Бына һиңә! Бына һиңә! – тип ҡабатлап, мине кесерткән менән һыҙырырға тотондо. Мин ҡысҡырып илап ебәрҙем.

— Ҡабат әйтәһеңме? Ҡабат әйтәһеңме? —тип һамаҡлай-һамаҡлай саҡтырҙы ул мине кесерткәндән. Сағылмаған ерем ҡалмағандыр. Бөтә балаларҙың үсен бер миңә төшөрөп, Һәтҡи әбей китеп барҙы. Мин урынымда нисек торғанмын, шулай илап баҫып ҡалдым. Әбей күҙҙән юғалғас, ҡапҡа башынан төшөп, апайымдар

яныма килде. Кис көнө сабыртҡан ерҙәремде күрһәтә-күрһәтә, әбейҙе әсәйемә ошаҡланым. Ул:

— Бушҡа һыҙырмағандыр әле, нимә булды һуң? – тине. Әсәйем, әүлиә тиерһең, бөтәһен дә белеп тора.

Мин, шуны ғына көткәндәй:

— Һәтҡи әбей, һимеҙ баҡа, һимеҙ баҡа, тинек!

Әсәйем көлөмһөрәне лә:

— Оло кешегә шулай әйтәләрме ни?! – тине.

Кесерткәндең урыны оҙаҡ әрнене. Уның әсеһе «башҡаларға эйәреп, ололарҙы үсекләмәҫкә» тигән һабаҡ бирҙе миңә.

Земфира АҠБУТИНА

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ 

(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар