Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-04-2018, 12:18 | Категория: Авторҙар / Шиғырҙар / Йорт хайуандары

Просмотров 581
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2018
Рубрика:Авторҙар / Шиғырҙар / Йорт хайуандары
Исеме:Хайуансыҡтар
Автор:Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ЗЫЯИ

Хайуансыҡтар 

Яратам мин себештәрҙе,
Улар: "Сип-сип-сип”, — тиҙәр.
Шундай йомшаҡҡай үҙҙәре,
Гел йүгереп йөрөйҙәр!
Бесәй балаһы ла оҡшай —
Һөйләшә: "Мыяу-мыяу”.
Бар эше — йоҡлау ҙа ашау,
Ҡойроғо менән уйнау...
Шуҡ көсөк тә яҡын миңә —
Сәңкелдәп кенә өрә
Йә тешһеҙ ауыҙы менән
Тәмле һөйәк кимерә.
Уйнатам шаян бәрәсте:
"Ми-ки-ки-ки, мики!”, — тип
Мекерләй ул, дәү мейесте
Маңлайы менән төкөп.
Һөйөп һыйпайым быҙауҙы, —
Зәп-зәңгәр генә күҙе!
"Мө-ө!” — тип сәләмләй үҙе
"Зәб-зәү!” — тип саҡырыуҙы.
Бик күп ошо бәпәйҙәрҙең
Иң матуры — ҡолонсаҡ!
Тик күргәнем юҡ үҙҙәрен —
Улар бары тик ҡурсаҡ...

Хайуансыҡтар

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ

Рәссам Майя ЗЫЯИ


(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар