Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-05-2018, 16:03 | Категория: Байрамдар / Еңеү көнө

Просмотров 561
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2018
Рубрика:Байрамдар / Еңеү көнө
Исеме:КҮТӘРЕЛЕР ТАҒЫ АТЛЫ ҒӘСКӘР
Автор:Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

КҮТӘРЕЛЕР ТАҒЫ АТЛЫ ҒӘСКӘР

 

ЕҢЕҮ БАЙРАМЫНА ШИҒРИ СЦЕНАРИЙ

БАЛАЛАР:

 

- Атай, әсәй! Ә ниңә өләсәй

Еңеү байрамында ҡыуанмай?

Һуғыш киноларын ҡарағанда

Моңлана ул, гүйә, тулған ай?

 

ӘСӘЙ:

 

-Эй балаҡай,

Өләсәй йәне – урман,

Һис һиҙҙермәҫ беҙгә һағышын.

Сабыр ғына түҙә ҡайғыларға,

Белмәҫһең дә йөрәк ҡағышын.

 

Бала саҡтан серле һөйләшеүҙәр

Ғүмер буйы беҙҙе оҙатты.

Әсәйемдең күңел урманында

Ҡоштай осоп йөрөгән бер хатты -

 

Өскөл һары хатты беҙ күрмәнек,

Юғалған ул хәтәр дауылда.

О, ул хаттар!

Йөҙәрләгән ине

Һәр бер өйҙә һәр бер ауылда...

 

Кавалерист минең ҡартатайым.

Харьков янындағы алыштан

Һуңғы хаты килгән.

«Бисәм, балаларым!

Ҡайнар сәләм һеҙгә алыҫтан.

 

Бында нимес үтә ҡаты тора.

Яуҙыра ла утты аяуһыҙ.

Беҙ бер урыҫ менән ат, арбала

Орудие алып барабыҙ.

 

Санияны уҡытырға тырыш,

Ҡалдырмаһын Флүр мәктәпте.

Ғәлиә менән Лидия,

Дилбәр бәпес

Һағындырҙы…

Һуғыш миктәтте.

 

Тик өҙлөгә күрмә ауыр эштән.

Нәҡиәкәй, үҙең ни хәлдә?

Ҡыйын булһа, Бөрйәнгә алып бар.

Ҡартталары унда бар, әл дә.

 

АТАЙ:

 

Украина яна ауыл-ауыл…

Күпме яҡташ бында баш һала.

Һәр аршын ер, йылға, һәр бейеклек

Башҡорт ҡаны менән ашлана.

 

Дөмөгөр ул фашист,

Азат булыр

Харьков та ғына тигән таш ҡала».

 

Ҡартатайым хаты…

Бөгөн килеп,

Етмеш йылдан ете аждаһа

Һиндә баш ҡалҡытһа,

Украина,

Һуғыш утын һиңә ташлаһа,

 

Ҡара ул ҡоҙғондар, Украина,

Таламаһын һине йәшенеп!

Тупрағыңда — ҡартатайым ята.

Тупрағыңда — атам йәшлеге.

 

 

ҺАЛДАТТАР ТАУЫШЫ:

 

1-се һалдат:


Күк ҡыҙара...
Офоҡ ҡарая...
Баш осонан тупраҡ ҡойола.
Шул ваҡытта тотош яу яланы
Оло ҡәбер һымаҡ тойола...
Ниндәйҙер бер ғифрит
Аҫтын-өҫкә
Килтерәлер һымаҡ донъяны...
Өҫкә менеп килгән танкыларҙың,
Тимер ҡоштарының юҡ һаны!..

2-се һалдат:


...Атака!!!
А-та-ка!!!
Атың менән бер йән эйәһеләй,
Бар йөрәгең дарҫлап -
Тупраҡҡа
Һеңә яҙған саҡта,
Ярһыуынан
Атың үрә тора -
...Атака!!!
Рухың ҡанат кирә!..

КҮМӘКЛӘП:

 

А-та-ка!!!

3-сө һалдат:


...Атакаға баҫа
Меңдәрсә һын,
Меңдәрсә һын ауа яланда...
Мең һыбайлы саба,
Мең һыбайлы
Һөрлөгөп тә ерҙә ҡалғанда,
Күтәрелер тағы
Атлы ғәскәр,
Ҡотон алыр тағы
Дошмандың,
Тоғро һаҡлар улар
Аманатын
Ата-баба рухы ҡушҡандың!

 

 

4-се һалдат:


Рух бөркөтө,
Бейектәрҙән осоп,
Албырғатыр дошман
Сафтарын!
Баштан-аяҡ ҡоралланған көйө
Орор дошман күккә
Аһтарын!
Ҡайҙан ала был ил
Шундай көстө?
Шундай ҡаһарманлыҡ -
Ҡайҙан ул?
Әйтерһең дә, яу яланы түгел,
Рух көрәше өсөн
Майҙан ул!..

 

БАЛА:


Күтәрелер тағы атлы ғәскәр,
Һәм юғалыр яуҙа
Хәбәрһеҙ...
Ер ҡуйыны алыр уландарын...
Ер ҡуйыны бит ул –
Хәтерһеҙ...
Ҡайнар ҡандарынан,
Шытым биреп,
Баш ҡалҡытыр үлән, үҫемлек...

 

 

БАЛА:

:
"Хәбәрһеҙ юғалған” тип яҙырҙар...
Батырҙарҙы һанар исемлек
Уларға тар булыр...
Ил хәтере
Иң түрендә
һаҡлар улдарын...
Рух бөркөтө
Үҙе генә белер
Асмандарға ашҡан юлдарын!..

 

АТАЙ:

"Атайыбыҙ
Камалетдин Шәмсетдин улы Баһауетдиновтың
Ҡәберен табырға
Ярҙам итегеҙ!”

 

БАЛАЛАР ТАҒЫ ҮҘҘӘРЕНЕҢ АТА-БАБАЛАРЫ – ҺУҒЫШТА ЯТЫП ҠАЛҒАН, ХӘБӘРҺЕҘ ЮҒАЛҒАН БАТЫРҘАРЫНЫҢ ИСЕМЛЕГЕН АТАЙ

 

БАЛА:


Бындай хаттар илдә –
Йөҙәр меңдәр...
Һуғыш ғәрәсәтен үткәндәр,
Иҫән ҡалғандары балаларҙың,
Ил ағаһы булып еткәндәр,
Эҙләй атайҙары ятҡан ерҙе...
Атайҙары – тарих, мәңге сер...
Ҡаһармандар
Эҙһеҙ юғалмай бит,
Ҡәберҙәре –
Изге тупраҡ, Ер!..

 

АТАЙ:

Хәрби комиссариаттарҙан
Яуап – ҡоро:
"Тыуған илдең
Кире ҡайтарып булмаҫтай
Юғалтыуҙары
Исемлегендә
Был исем
Билдәләнмәнгән...”

 

* * *

БЕР БАЛА:


Аҡтарам "Хәтер китабын",
Юғалмай, тим, ҡаһарман!
Хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа -
Батыр тигән ҡатарҙан.

Армадаға ҡаршы
Атта,
Ҡартатайҙар барғанда,
Күктәргә бит, ашҡан улар–
Урындары – Йыһанда!..

 

 

БАЛАЛАР ЯУҘА ҺӘЛӘК БУЛҒАНДАРҘЫҢ, ЕҢЕҮ ЯУЛАП ИҪӘН ҠАЙТҠАН ЯҠТАШТАРЫНЫҢ ИСЕМ-ФАМИЛИЯЛАРЫН АТАЙ. МУЗЫКА, ЙЫР.

 

 

ӘСӘЙ:

Ил хәтере
Иң түрендә
һаҡлар улдарын...
Рух бөркөтө
Үҙе генә белер
Асмандарға ашҡан юлдарын!..

 

 

Тамара ИСКӘНДӘРИӘНЕҢ "Тимер быуат” тигән поэмаһы файҙаланылды.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар