Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 24-05-2018, 12:49 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Фәстереү

Просмотров 612
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2018
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Фәстереү
Исеме:Хикмәтле итек
Автор:Юнир САЛАУАТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Артур Василов

 

(Фәстереү) 

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙҙа кемдәрҙең һуғышта булып ҡайтҡанын белмәнек. Шулай ҙа фронтта ҡатнашҡандарҙың

ҡайһы берәүҙәре үҙҙәренсә был көндө билдәләп, һуғыш йылдарын, еңеү көнө тураһында беҙгә, бала-сағаға, һөйләп ала торғайнылар.

Май айының йылы көндәре башланғас та, Ғәйнулла олатай, ярайһы кимәлдә иҫкерә төшкән, әммә ялтыратып майланған кирза итеген кейеп, Ағиҙел йылғаһының ярында ял итеп ултыра торғайны. Беҙ уның эргәһенә йыйылабыҙ ҙа һуғыш тураһында нәмәлер һөйләгәнен көтәбеҙ.

– Бына был итек мине Берлингә тиклем үк алып барып еткерҙе. Аяғыма кейеүем була, ул: «Ғәйнулла, арыма, мин барҙа, ҡурҡма, дошманды бергәләп еңәбеҙ», – тип көслө ат кеүек алға һөйрәне. Бөтөн Германия ерен тапап сыҡтыҡ. Бер ваҡыт Гитлерҙең өңөнә үк барып индем бит. Гитлер сәй эсеп ултыра.

Уның елкәһенән эләктереп алдым да баҫтырып ҡуйҙым. Ун метрҙан йүгереп килеп артына ошо кирза итегем менән типтем. Арт яғының һөйәктәре шығырҙап уҡ китте. Тағын берҙе типкәйнем, ҡулын күтәреп пленға төштө Гитлер, – тине һөйләне ул.

Беҙ уның итегенә ҡарап һоҡландыҡ: «Үәт, тылсымлы итек!» – тип ғәжәпләнеп, һәр беребеҙ уны кейеп ҡараныҡ.

Һәр бер малайҙың уның кеүек тиҙерәк кирза итек кейеп, һалдат булғыһы килә ине.

Ул ваҡытта тормоштоң ауырлығынан, етешһеҙлегенән балаларға тейешле аяҡ кейемдәре булмағас, бабайҙың ул итеген ейәне Мирза кейеп мәктәпкә уҡырға йөрөнө.

– Итегең бик ҙур, үҙеңә уңайһыҙҙыр, ауырҙыр бит, – тип әйтеүселәргә:

– Гитлерҙең артына типкән итек бит ул! – тип ғорурлана торғайны Мирза.

Юнир САЛАУАТОВ

Рәссам Артур ВАСИЛОВ



 


Кроссворд «Кирза итек» Фәстереүҙә билдәләнгән һүҙҙәрҙе эҙләп табып, кроссвордты тултыр.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләне.
Һалдаттар кейгән аяҡ кейеме – кирза итек. Ҡунысы һыу үткәрмәҫ өсөн каучук шыйыҡсаһына һеңдерелгән ҡатлы- ҡатлы ҡағыҙҙан эшләнә. Баш һәм үксә
яғы күндән тегелә.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар