Торатау
Баҫылды : 1-07-2018, 16:45 | Категория: Йырҙар / Тыуған илем
Просмотров 554
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2018
- Рубрика:Йырҙар / Тыуған илем
- Исеме:Торатау
- Автор:Тамара Искәндәриә
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:
Торатау
Юлай МОРАТОВ көйө
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ һүҙҙәре
Даръяларҙың тулҡынында
Яралдың, шихан.
Данлы, шанлы тарихыңды
Яҙғандыр Йыһан.
Ҡушымта:
Күк монарҙа, көнгә бағып,
Ҡалҡып тора тау –
Халҡыбыҙҙың аманатын
Һаҡлай Торатау!
Тәүтормоштан ҡаға тулҡын –
Мөһабәт тулҡын:
Башҡорт иле, башҡорт теле
Мәңгелек булһын!
Ерен, телен яҡлап ҡалҡҡан
Һиндә Торахан.
Арыҫландай миҫле батыр,
Әйҙә, оран һал!
07-2018
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар