Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-11-2018, 11:27 | Категория: Көҙ / Әкиәттәр

Просмотров 722
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2018
Рубрика:Көҙ / Әкиәттәр
Исеме:Ҡорама күлдәк
Автор:Зөһрә БӘШӘРОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА
Ҡорама күлдәк
(Әкиәт)

Көҙһылыу апай ҡыҙҙарының йәйге кейемдәрен алмаштырырға булған. Аҡһылыу, Миләүшә, Гөлйемеш, Баллыҡай, Ҡәҙерһеҙгә күлдәклек туҡыма алырға баҙарға барған. Аҡһылыуға ҡарҙай селт аҡ ерлеккә ҡара борсаҡ төшкәнен һайлаған.
– Беҙгә лә шундай төҫтәге күлдәк тегеп кейҙер, – тип еңмешләнгән, ти, Баллыҡай
менән Миләүшә.
– Суҡлы һырғаларын ул һәр кемгә өләшә. Йомарт булғанға ла йөрәге алтындай саф, ап-аҡ күлдәк уға килешә. Үлсәп кенә алғас, ундай туҡымам бөттө шул, – тигән әсә.
Миләүшәгә ҡыҙғылт һары туҡыма тәтегән икән.
– Уға бөтәбеҙҙән дә күберәк туҡыма һатып алдыңмы? Етмәһә, һары гәрәбәләрҙән муйынса ла таҡҡанһың, – тип ризаһыҙлығын белдергән Баллыҡай.
– Миләүшә бөтәгеҙҙән дә оҙонораҡ. Табип ҡыҙым үтә лә һылыу. Етмәһә, кешеләрҙе дауалай. Сасҡау һыуыҡта ҡоштарҙы ашата. Ул урман күрке булырға тейеш, – тип яуаплаған Көҙһылыу апай.
Баллыҡайға ҡыҙылдан күлдәк теккән дә өҫтөнә тәмле хушбуй бөрккән.
– Миңә хушбуйыңды йәлләнең, – тип үпкәләгән Аҡһылыу.
– Хуш еҫендә лә инде уның ҡөҙрәте. Миләүшә ҡыҙым кеүек, ул да – табип. Баллы балан емештәрен ашамаған кеше юҡ. Әҙәмдәрҙе дауалап ҡына ҡалмай, турғай-сәпсектәрҙе лә Уралымда ҡышлата, – тип аңлатҡан Көҙһылыу апай.
Ҡара-көрән күлдәген кейеп, ҡыуаныстан Гөлйемеш итәктәрен йәйелтеп өйөрөлгән.
Баллыҡай менән Миләүшә генә ирендәрен бүлтәйтеп:
– Маҡтансыҡ! Маҡтансыҡтың итәге асыҡ! – тип үртәгән. Тегеһе сикәләрен ҡыҙартып:
– Витаминдар келәтемен. Табипмын. Һәр саҡ шатмын, – тип сәпәкәй иткән, ти.
– Ҡәҙерһеҙгә күлдәклек туҡыма ҡалманымы ни? Яланғас йөрөһөн, әйҙә. Уның емеше бүрегә генә килешмәһә, башҡа берәү ҙә яратмай, – тип сәрелдәшкән ҡыҙҙар.
– Аҡсаң етмәнеме?
Әсә «эйе» тигәнде аңлатып, башын ғына ҡаҡҡан.
– Һәр берегеҙҙән артып ҡалған туҡыманан тегермен инде, – тигән Көҙһылыу апай көрһөнөп.
Әсә төн йоҡоһон ҡалдырып, ваҡ киҫәктәрҙе ялғап, күлдәк теккән.
Ҡәҙерһеҙгә кейҙереп ҡараған икән, барыһы ла хайран ҡалып, ҡысҡырып ебәргән, ти. Ҡыҙыл, һары, йәшел, ҡыҙғылт-һары, һоро,
күк, шәмәхә, зәңгәрһыу – төҫтәрҙең ниндәйе генә юҡ! Туғандары ҡорамаларҙың төҫтәрен һанай, тик теүәл һанын әйтә алмай
икән.
– Емештәре берәүгә лә кәрәкмәй. Хатта ҡоштар ҙа ашамай. Ҡәҙерһеҙ! Шулай булһа ла, уны бөтәбеҙҙән дә нығыраҡ яратаһың. Күлдәге барыбыҙҙыҡынан да матурыраҡ, – тип үпкәләгән Аҡһылыу, Баллыҡай, Миләүшә, Гөлйемеш.
– Ҡалдыҡ ҡорамаларҙан ғына ҡораным бит, ҡыҙҙарым. Туғанығыҙҙан шуны ла йәлләйһегеҙме? – тип илаған әсә.
Көҙһылыу апайҙың ҡап-ҡара сәстәре шунда уҡ һарғайған һәм ҡойола башлаған. Ниңә, тип уйлайһығыҙ?

Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА
11-2018

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар