Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 25-12-2018, 10:05 | Категория: Яңылыҡтар

Просмотров 530
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2018
Рубрика:Яңылыҡтар
Исеме:Фонарь тотоп – мәктәпкә
Автор:Тамара Юлдашева
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Фонарь тотоп – мәктәпкә

Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә, Кольцевая урамының 84, 86, 88 йорттарынан мәктәпкә барыу өсөн, балалар ҡулдарына фонарь тотоп урамға сыға икән! Бағаналарҙа ут юҡ. Яҡында балалар поликлиникаһы. Унда әсәйҙәр бәпестәрен алып килеү өсөн коляскаларға фонарь тағамы икән?
Республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров, бындай хәлдәр менән килешергә ярамай, тип белдерҙе. Башҡортостандың 46 ауыл-ҡалаһында туғыҙ меңдән ашыу бағанала лампа яҡтырта башлаған. Был – һуңғы ай эсендә генә. 
Эштәр былай барһа, Айнур ҙа портфеленә фонарь һалып йөрөмәҫ әле!

Портфелгә юҡ-бар тултырма

Айнур дәрескә килде,
Дуҫтары унан көлдө:
— Портфелең бигерәк йыуан,
Унда нимәләр тулған?

Асып ебәрһә Айнур,
Портфелдән таралды нур:
Һүндерергә онотҡан —
Фонарь яҡтыртып ятҡан

Портфелендә ни барын:
Шөрөп, 
сарлаҡ, 
сүп-сарын,
Ҡағыҙ, 
һағыҙ, 
еп, ҡаҙаҡ,
Ҡаптырма ла 
уҡ-һаҙаҡ,
Юйма, 
ҡәләм, 
туңдырма...
— Айнур, юҡ-бар тултырма!

Тамара Юлдашева
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар