Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-01-2019, 13:55 | Категория: Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 586
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2018
Рубрика:Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Шыршыҡай
Автор:Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ЗЫЯИ
Шыршыҡай

Шыршыҡай/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

Майҙансыҡҡа килгән шыршы —
Балалар утрауына,
«Йылп-йылп» килеп яна уттар,
Әйҙүкләп уртаһына.
Баҙлауыҡтар сәсә нурҙар,
Төрлө матур тәтәйҙәр.
Шыршы уратып бейейҙәр
Кескәй генә тәпәйҙәр.
Баш осонда яна йондоҙ,
Нур сәсеп тирә-яҡҡа.
Әкиәт батырҙары ла
Килгән бында ҡунаҡҡа.
Ҡупшыҡай матур биҙәлгән,
Йәмләп тора урамды.
Сағыу уттар, уҡалары
Яҡтырта бар Йыһанды.

Рәссам Майя ЗЫЯИ
12-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар