Мәңге балҡы, Башҡортостан! / Рәмил ЙӘНБӘК
Баҫылды : 2-09-2013, 17:01 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем
Просмотров 2 319
Моңдарымдың моңо һиңә,
Башҡортостан — төйәгем һин.
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,
Берҙән-берем, йөрәгем һин.
Һулап туймаҫ — һауаларың,
Йомарт ерең — иҫ китмәле!
Байлығыңды һанар өсөн
Белеп торам һүҙ етмәҫен.
Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,
Иҫкән елгә тулҡын һирпә.
Башын эйгән башаҡтарҙа
Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.
Хазинаға, Башҡортостан,
Һәр тарафың һинең тулы.
Ҡабынғанһың уралымдың
Күкрәгендә йондоҙ булып.
Уйымда һин, ҡанымда һин,
Башҡортостан — ғәзиз әсәм.
Киң ватандан ҡеүәт алып,
Мәңге балҡы, мәңге йәшә!
Башҡортостан — ғәзиз әсәм.
Башҡортостан — төйәгем һин.
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,
Берҙән-берем, йөрәгем һин.
Һулап туймаҫ — һауаларың,
Йомарт ерең — иҫ китмәле!
Байлығыңды һанар өсөн
Белеп торам һүҙ етмәҫен.
Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,
Иҫкән елгә тулҡын һирпә.
Башын эйгән башаҡтарҙа
Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.
Хазинаға, Башҡортостан,
Һәр тарафың һинең тулы.
Ҡабынғанһың уралымдың
Күкрәгендә йондоҙ булып.
Уйымда һин, ҡанымда һин,
Башҡортостан — ғәзиз әсәм.
Киң ватандан ҡеүәт алып,
Мәңге балҡы, мәңге йәшә!
Башҡортостан — ғәзиз әсәм.
(голосов:4)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар