Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-09-2013, 19:20 | Категория: Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 1 691
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Яңы йыл төнө
Автор:Юлиә Әхмәтйәнова
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Тағы бер йыл үҙ ҡапҡаһын япты,

Үткәндәрҙә ҡалды барыһы.

Сәғәт теле ун икене һуға,

Ергә тыуа йылдың яңыһы.

Нурға, моңға сорналғандай донъя,

Яңы йылдың гүзәл төнөндә.

Кескәй генә сер-мөғжизә көтөп,

Һәр беребеҙ ихлас һөйөнә…

Өр-яңы йыл үҙе менән бергә

Алып килһен бөтмәҫ шатлыҡтар.

Байрам төнөн тағы күркәмләтеп,

Бәхет булып яуһын йондоҙ-ҡар.

Изге теләк, саф хыялдар менән

Яңы йылды ҡаршы алайыҡ.

Киләсәктә еңеүҙәргә илтер

Һуҡмаҡтарға юлдар ярайыҡ.



Юлиә Әхмәтйәнова, 83-43-сө төркөм
Тулҡын, 2010 йыл, декабрь, №10 (28)
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының әҙәби-мәҙәни гәзите
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар