Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-09-2013, 19:43 | Категория: Туған тел / Исемдәр/Имена

Просмотров 1 999
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Туған тел / Исемдәр/Имена
Исеме:Апуш
Автор:Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Апуш / Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Апуштың теше һыҙлай,

Малай илай ҙа илай.

Дуҫын йыуатайым тип

Эте битенән ялай.

Атаһы болдорға сығып:

- Улым, Абдулла, — тине, —

Егеткә илау килешмәй,

Бик оят була, — тине. —

Әйҙә, улым, атҡа менеп,

Беҙ яланға барайыҡ,

Сабынлыҡты ҡарайыҡ,

Бесәнен дә сабайыҡ.

Әсәһе саҡыра: — Улым,

Беҙ табибҡа барайыҡ,

Тешеңде лә һурҙырайыҡ,

Булмаһа, дауалайыҡ.

- Теш һыҙламай ҙа әле, — тип,

Йүгәнләп алып атты,

Атаһы менән тиҙерәк

Апуш яланға сапты.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар