Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 23-09-2013, 14:07 | Категория: Йыл миҙгелдәре / Йәй

Просмотров 1 212
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2012
Рубрика:Йыл миҙгелдәре / Йәй
Исеме:АЗАМАТТЫҢ АТЫ АРЫМАЙ
Автор:Гөлнур ЯҠУПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов
АЗАМАТТЫҢ АТЫ АРЫМАЙ / Гөлнур ЯҠУПОВА

Азамат баҡса артына барып, үҙенә лә, ҡустыһы Салауатҡа ла тал сыбығы һындырып алды.

— Әйҙә, ат сабыштырайыҡ!

— һин үҙеңә гел яҡшыраҡ атты һайлайһың да, мин артта ҡалам, - тине Салауат.

— Алмашайыҡ, улайһа, йәме.

— Йә.

— Исем дә ҡушайыҡ. Минеке - Алмасыуар.

— Ә минеке - Күк Толпар.

Малайҙар тал сыбыҡтарын менеп, саң борхотоп, ауыл осона юрғалап киттеләр.

— һыу инеп ҡайтабыҙмы бер юлы? - тип һораны Азамат ҡустыһынан, йылға яғына ымлап.
АЗАМАТТЫҢ АТЫ АРЫМАЙ / Гөлнур ЯҠУПОВА


— Инәбеҙ, инәбеҙ!

Йән-фарманға сабып килеп туҡтанылар ҙа тал сыбык арғымаҡтарын яр буйында ҡалдырып, һыуға тоштөләр. Азамат төпкөлдәрәк бер төркөм үҫмер малайҙарҙың ат һуғарғанын күреп ҡалды. Бәй, ул да Алмасыуарын йөҙҙөрөп алһын әле. Йүгереп барып тал сыбығын һыуға алып төштө, япраҡтарын сайҡатты. Теге аттарға оҡшатып, Алмасыуарҙы бышҡыртып-бышҡыртып алды. Бөрөшкән тал япраҡтары асылып, терелеп китте, әйтерһең дә, арғымаҡтың ялтырап торған көмөш ялдары! Ә Салауаттың Күк Толпары ярҙа хәле бөтөп ята бирҙе. Ағаһынан күрмәксе, атын һуғарһа була ине лә, иренде шул.

— Әйҙә, бәйгене дауам итәбеҙ. - Азамат йылҡылдап торған Алмасыуарға атланып сабып китте. Салауат Күк Толпарын башта танымай торҙо, ҡатып, бәләкәсәйеп ҡалғайны ул. Шунан ағаһын ҡыуа төштө. Әммә етә алманы.

— Әйттем бит, һин үҙеңә шәберәк атты һайлағанһың, тип, -Салауат илар сиккә етеп тағы үпкәләне.

— Әллә күрмәнеңме, мин атымды һыуҙа йөҙҙөрҙөм, аҙаҡ күләгәгә алып барып ҡуйҙым, ә һинең күк Толпарың ҡояшта әлһерәп ятты...

Ағаһының был һүҙҙәренә ҡаршы Салауат бер ни әйтә алманы. Сөнки, өләсәһе әйтмешләй, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар