Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 3-09-2013, 14:18 | Категория: Хайуандар илендә / Йорт ҡоштары

Просмотров 1 560
"Аҡбуҙат"та баҫылған:9-2011
Рубрика:Хайуандар илендә / Йорт ҡоштары
Исеме:
Автор:Тәскирә Даянова
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Йомортҡа тын аламы?/Тәскирә Даянова

Йәмил тауыҡтар менән дуҫлашты. Ат йәки һыйыр эргәһенә барыу, барыбер, шөрләтә бит инде. Ә тауыҡтар үҙҙәре ҙур ҙа түгел, әрһеҙҙәр ҙә. Бер тапҡыр икмәк ашатҡайны, эйәләшеп тә киттеләр. Йәмилде күреү менән йүгерешеп киләләр, икмәк һорайҙар. Ут-ҡыҙыл кикрекле әтәс кенә башта ҡырын ҡарап, ҡанат сыйып маташты. Хәҙер инде ул да өйрәнде.

Тауыҡтар көндә йомортҡа һала, Йәмил бер туҫтаҡ итеп йыйып өйгә индерә. Ҡайһы саҡ төшөрөп ватып та ҡуя. Өләсәһе асыуланмай. Малай йомортҡаны көнөнә өс ашарға риза, тик өләсәһе генә тыя.

- Улай ярамай, йомортҡаны күп ашау зыянлы, - ти.

Иң аптыратҡаны себеш сығыу күренеше булды. Нисек инде шып-шыма йоп-йомро әйберҙән йомшаҡ ҡына сипелдәк йән эйәһе килеп сыға?

- Өләсәй, йомортҡа эсендә нимә ашай? Нисек тын ала? Ишеге лә, тәҙрәһе лә юҡ.

- Иғтибарлап ҡара әле. Берәй нимә күрәһеңме?

- Эйе. Ваҡ ҡына төртөктәр. Бик күп үҙҙәре. Ә-ә, аңланым, өләсәй. Себешкә шунан һауа инәме?

- Ай, улым, йомро баш та инде! Рәхмәт яуғыры. Әйҙә, себештәрҙе ашарға өйрәтәйек.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар