Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 14-04-2014, 15:09 | Категория: 23 февраль / Хаттар / Минең ғаиләм

Просмотров 2 173
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2014
Рубрика:23 февраль / Хаттар / Минең ғаиләм
Исеме:Минең атайым
Автор:Ғәйнуллина Аделина
Район:Ауырғазы
Ауыл:
Рәссам:

 


Минең атайымдың исеме Айҙар. Ул 1980- се йылда Михайловка ауылында тыуған. Мәктәптә бик тырышып уҡыған. Өйҙә әсәһенә ярҙамсы булған. Үҙенең ике бәләкәс туғандарын ҡарашҡан. Атайым мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына техникумға уҡырға кергән. Унан әрме сафтарында хеҙмәткә алғандар. Ул Чечен республикаһында хеҙмәт итә. Атайыма бик ауырға тура килгән.Ул күп хеҙмәттәштәрен юғалта.Сөнки унда һуғыш була..

Әлеге ваҡытта атайым Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Уға 33 йәш. Ул бик тырыш, һәр кешегә ярҙамсыл. Атайым эшләргә , машиналар ҡарарға ярата. Атайым ситтә эшләй, шуға беҙ уны бик һағынабыҙ. Ял көндәрендә футбол, волейбол уйнарға , тәбиғәткә сығырға яратабыҙ. Беҙ бергәләп балыҡҡа йөрөйбөҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ.Мин атайымды яратам.Уға иҫәнлек – һаулыҡ, эшендә һәм тормошонда ҙур уңыштарға ирешһен тип теләйем.


Ғәйнуллина Аделина, Талбаҙы башҡорт гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы.

(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар