Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 24-09-2014, 10:00 | Категория: Авторҙар / Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр

Просмотров 1 174
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2014
Рубрика:Авторҙар / Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр
Исеме:ТӨЛКӨ — ҺАТЫУСЫ
Автор:Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

 

ТӨЛКӨ — ҺАТЫУСЫ/ Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА

 

Төлкө һата, ти, баҙарҙа

Бер тоҡ кишер орлоғо.

Аптырата йәнлектәрҙе

Орлоғоноң ҙурлығы!

 

Маҡтап, маҡтап һата Төлкө,

Теле телгә йоҡмайса.

Йәнлектәр ала тоҡсайлап,

Уның һүҙен йыҡмайса.

 

«Бер орлоҡтан килограмм

Алдым кишер унышын:

Бик шәп сорт уйлап сығарҙым,

Тамаҡ туҡ булды ҡышын!»

 

Килеп сыҡты баҙар буйлап

Күршеһе етеҙ Ҡуян:

«Ха-ха-ха-ха, хи-хи-хи-хи!» —

Көлә лә көлә йығылып,

Был Ҡуянға ни булған?

 

Уны һырып алды йәнлек:

«Һөйләп бирсе асығын,

Йыртылдымы әллә һинең

Ҡуян, көлкө ҡапсығың?»

 

«Ха-ха-ха-ха!

Төлкө былтыр

Кишер тип яңылыштан

Әнис сәскәйне күп итеп,

Балалары, бахырҡайҙар,

Ҡыш буйына асыҡҡан!

Нисек оҫта һата Төлкө

Шул әнис орлоғон!

Әйтмәһәм дә, беләһегеҙ

Һеҙ уның йылғырлығын!»

 

Ҡараһалар тирә-яҡҡа,

Төлкөнән елдәр иҫкән!

Ҡуян ғына һаман көлә:

«Ха-ха-ха-ха!

Хи-хи-хи-хи!

Әнис бигерәк шәп үҫкән!»

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар