Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-09-2014, 18:25 | Категория: 1 сентябрь / Авторҙар

Просмотров 906
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2014
Рубрика:1 сентябрь / Авторҙар
Исеме:ӘЛИФБАМ
Автор:Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

ӘЛИФБАМ

 

Әлифбам, әлифбам,

Әлифбам һин минең,

Иң тоғро юлдашым,

Иптәшем һин, тимен.

 

Икәүләп атларбыҙ

Нур тулы һуҡмаҡтан.

Һоҡланыр турғайҙар,

Һайрарҙар гел маҡтап.

 

Ҡул болғар бар гөлдәр,

Шишмәләр сылтырар:

"Хуш килдең, әйҙә! ” — тип

Ҡыңғырау шылтырар.

 

Икәүләп барырбыҙ

Киләсәк иленә.

Бар донъя, яратып,

Яғылыр иңемә.

 

Иң тоғро һин дуҫым,

Юлдашым һин, тимен,

Әлифбам,

Әлифбам,

Әлифбам һин минең.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар