Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-10-2014, 12:59 | Категория: Журнал тураһында / Авторҙар

Просмотров 1 234
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2014
Рубрика:Журнал тураһында / Авторҙар
Исеме:СӘҢГЕЛДӘК ЙЫРЫ
Автор:Мостай КӘРИМ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 


Мостай КӘРИМ

 

СӘҢГЕЛДӘК ЙЫРЫ

 

Әлли-бәлли-бәлли-бәү

Көллө донъя тирбәлә.

Һөрән һалып ир тыуҙы

Донъя тигән тирмәлә.

 

Әлли-бәлли-бәлли-бәү

Ебәк бәллеү тирбәлә,

Ҡояш балҡый түбәлә,

Ай әйләнә тирәлә.

 

Әлли-бәлли-бәлли-бәү

Унда бала тирбәлә.

Кил, именлек, кил, бәхет!

Кит, яуызлыҡ, кит, бәлә!

 

Әлли-бәлли бәүелеп

Үтһен, китһен сабый саҡ.

Ғүмер баҡый һүнмәһен

Күңел нуры — сабый саҡ.

Әлли-бәлли-бәлли-бәү.

 

Әлли-бәлли-бәлли-бәү

Көллө донъя тирбәлә.

Һөрән һалып ир тыуҙы

Донъя тигән тирмәлә.

Әлли-бәлли-бәлли-бәү.

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар