Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 21-08-2015, 07:52 | Категория: Журнал тураһында / Яңылыҡтар

Просмотров 1 066
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2015
Рубрика:Журнал тураһында / Яңылыҡтар
Исеме:“Уҡымышлы троллейбус”та — “Аҡбуҙат”
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

"Уҡымышлы троллейбус”та — "Аҡбуҙат”

 

 

Был көндө Өфө ҡалаһы урамдары буйлап үтеүсе "уҡымышлы троллейбус” балалар тауышынан шау-гөр килеп торҙо. "Аҡбуҙат” журналын яратып уҡыусы 13-сө балалар баҡсаһынан килгән кескәйҙәр кемуҙарҙан һөйөклө баҫмаларына арнап шиғыр һөйләне. Милли йәштәр театры артисы Шаһиҙулла Хамматов, троллейбусҡа инеүселәрҙе әйҙүкләп, тамашаны ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. "Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Тамара Юлдашева бәләкәстәргә Әҙәбиәт йылы тураһында аңлатып ҡына тора ине, туҡталышта ишектән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай килеп инмәһенме! Шунда уҡ уның шиғыр һөйләүен утенде пассажирҙар. Ҡәҙим Аралбай "Башҡортостан — аҡ тирмәләр иле” — тигән шиғыры менән сараның кимәлен күтәреп ебәрҙе. Башҡорт филармонияһы артисы, журналдың "Фәстереү” рубрикаһының даими авторы Юнир Салауатовты кескәйҙәр бигерәк яратты. "Кемдең генерал булғыһы килә һеҙҙең арағыҙҙа?” тип һорауы булды, бөтәһе лә ҡул күтәрҙе. "Ә майор?”, "Ә һалдат?” Малайҙар, ихлас итеп, һалдат булырға теләүҙәрен әйтеп һалды. Юнир олатайҙарының ҡыҙыҡлы һорауҙары ла, ҡупшы ҡара мыйығы ла уларға бик оҡшаны булһа кәрәк, эргәһенән дә китмәнеләр. Шағирәләр Гөлназ Ҡотоева, Миңлегөл Тайсина, журналдың яуаплы сәркәтибе Айнар Байбулатов, мөхәррир Зөбәйҙә Исламова балаларҙың һәм башҡа юлсыларҙың иғтибар үҙәгендә булды. Шиғырҙар, йомаҡтар, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар, баянға ҡушылып йырланған йыр — "Уҡымышлы троллейбус” бындай күңелле тамашанан "йылмая-йылмая барған һымай ине.

 


 


 

— Һау бул ”уҡымышлы троллейбус!” Артабан да юлдарың уң булһын, пассажирҙарыңа шундай тылсымлы "Аҡбуҙат” журналы тураһында һөйлә! — тип оҙатып ҡалдыҡ беҙ уны.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар