Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 25-08-2016, 17:51 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Уйындар

Просмотров 852
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2016
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Уйындар
Исеме:
Автор:Зөбәржәт АҠБУТИНА әҙерләне.
Район:
Ауыл:
Рәссам:Виктория ГАПТАРЬ

Әйҙә, киттек еләккә!

 

 Гөлфиәгә еләкле яланға барып етергә ярҙам итегеҙ! Уйын барышында йомаҡтарҙы сисегеҙ! Йә, кем тиҙерәк?!

 

 Урманда ҡара төймәм эленеп тора.


Төбө — бер, Башы — мең.

 

Кәмә йөрөй, кәмә йөрөй,

Артынан һыу тама йөрөй.

 

Күктә кәбән яна.


Үҙе ҡулын күтәргән,
Ҡулы морон күтәргән. 
 
Һыу өҫтөндә төҫлө көйәнтә.
 
Ҡыҙыл төймә таптым,
Ауыҙыма ҡаптым.
 
Өй янында уҫал еңгә
Семтеп ала, өтөп ала. 

Аяҡ аҫты ҡыл йылан. 

 

Сәсмәй-нитмәй нимә үҫкән донъяла?

 

Юл буйында һылыу килен

Биҙәнә лә төҙәнә.


Ағасы һайын ботағы,

Ботаҡ һайын ояһы,

Оя һайын балаһы.

 

Тәме тәмле,
Ҡыҙыл тәнле,
Үҙе йәмле.

Аҡ кейемен кейгән,

Йәшел суғын элгән. 

 

Кәкере ҡайын аҫтында

Ҡан тамсылап ултыра. 

 

Ҡыҙыл бүрекле ҡыҙ күрҙем,

Ҡасып-боҫоп ултыра.


Таяҡ башында табаҡ, табаҡ эсендә ике йөҙ һалдат. 

 

Ал яулығын ябынған,

Башына ут ҡабынған.

 

Юл буйында бер бабай

Тейгәнгә лә тейә,

Теймәгәнгә лә тейә. 

 

Ҡара урман уртаһында

Ҡара-ҡыҙыл ҡаҙан ҡайнай.



Зөбәржәт АҠБУТИНА әҙерләне.

Рәссам Виктория ГАПТАРЬ

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар