Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-12-2017, 15:12 | Категория: Алтын бишек / Туған тел

Просмотров 715
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2017
Рубрика:Алтын бишек / Туған тел
Исеме:ТЕЛ ЯҘМЫШЫ – ҺИНЕҢ ҠУЛДА
Автор:Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

ТЕЛ ЯҘМЫШЫ – ҺИНЕҢ ҠУЛДА

 

Ҡәҙерле балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр!
Халҡыбыҙ эпосына, әкиәттәргә күҙ һалайыҡ әле. Унда бөгөнгө көн өсөн күпме фәһем ята! Урал батырға Һомай Аҡбуҙатты бүләк итә. Аҡбуҙат менән Урал атабыҙ Үлемде еңергә бара. Бик күп ҡаһарманлыҡтар яһай. Йәншишмәне тапҡас, унан үҙе эсмәй, ә, уртлап, тәбиғәткә бөркә. Тарихыбыҙ, шулай итеп, бөйөк ҡаһарманлыҡтан башланған.
Нимә әйтергә теләйем? Һеҙгә лә, балалар, атай-әсәйегеҙ «Аҡбуҙат» бүләк итте. Һеҙҙең дә, үҫкәс, тормош юлығыҙҙа ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, янығыҙҙа, күңелегеҙҙә Аҡбуҙат булыр. Һәр атай, әсәй һеҙҙең оло йөрәкле, көслө рухлы булып үҫеүегеҙҙе теләй бит.
Атай-әсәйҙәр! Балағыҙҙың артабан да «Аҡбуҙат»лы булыуы һеҙҙән тора. Ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә башҡорт телен, туған тел һәм дәүләт теле булараҡ, өйрәнеүҙе туҡтатмағыҙ. Телебеҙ, илебеҙ яҙмышы — һеҙҙең ҡулда. Һәр ата-әсә ошолай тип әйтһен:
Мин ғариза яҙам — туған телгә,
Яҙам тағы — дәүләт теленә.
Күргем килә минең башҡорт телен
Кәрәкле тел итеп илемә!
Һәр ғаилә үҙен Башҡортостаныбыҙҙың бер күҙәнәге итеп тойһон!
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА,
«Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар