Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 30-01-2018, 12:24 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 1 010
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2018
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
Автор:Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ЗЫЯИ

Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа

Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа 

 (Әкиәт)

Ҡарағолаҡ дуҫы Аҡбайға бер көндө «Ҡарағолаҡ мәктәптә һабаҡ бирә» тигән иғлан яҙып элергә ҡушҡан. Ә Аҡбай был эште танышы һайыҫҡанға тапшырған.
Һүҙҙе дөрөҫ ишетмәгән һайыҫҡан: «Ҡарағолаҡ иртәгә йәнлектәргә ҡабаҡ бирә», — тип урман буйлап хәбәр итеп сыҡҡан. Быны ишетеп ҡалған ҡуян балаһы Ҡуянбәк дуҫы Төлкөбайға йүгергән.
— Әйҙә, иртәгә мәктәпкә ҡабаҡ алырға барайыҡ! Һайыҫҡан апай әйтеп китте, — тигән.
— Яңылыш ишеткәнһеңдер, «сабаҡ» тигәндер, — тигән балыҡ яратҡан Төлкөбай.
— Мин дә барам, — тигән, ти, үтеп барған Мыраубикә.
 Иртәнсәк Ҡуянбәк — тоҡ, Төлкөбай менән Мыраубикә биҙрәләрен тотоп мәктәпкә килгәндәр. Уларҙы ҡаршы алған Ҡарағолаҡ:
— Һеҙ нимә? Уҡырға тоҡ, биҙрә менән киләләрме ни? — тип аптырап киткән.
— Ә мин һеҙҙе, ҡабаҡ бирә, тип ишеттем, — тигән Ҡуянбәк.
— Ә беҙ — сабаҡ, тип, — тигәндәр Төлкөбай менән Мыраубикә.
Ҡарағолаҡ көлөп ебәргән:
— Һай, Аҡбай боҙоҡ телефон уйыны уйнатҡан бит! Мин, һабаҡ, йәғни дәрес бирәм, тип еткерергә ҡуштым, — тигән.
Шулай итеп, Ҡарағолаҡ тәүге дәресен башлап ебәргән. Һуңынан йәнлектәргә ошондай өйгә эш биргән:
 «Һабаҡ» һүҙенең нисә мәғәнәһе бар?
Был һүҙҙән тағы ниндәй һүҙҙәр яһап була?
Баш йә аҙаҡҡы хәрефтәрен алмаштырһаң, тағы нисә һүҙ килеп сыға?
Йә, балалар, йәнлектәргә кем ярҙам итер?!
Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА
Рәссам Майя ЗЫЯИ
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар