Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 6-03-2018, 15:55 | Категория: Авторҙар / Шиғырҙар

Просмотров 550
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2018
Рубрика:Авторҙар / Шиғырҙар
Исеме:Уйын
Автор:Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Уйын

Уйын

Сәпәк, сәпәк, сәпәкәй,
Сәпәк итә тәнәкәй.
Ҡул суҡтары япраҡтай,
Кескәй генә, бәләкәй.
Бәпес, бәпес, бәпескәй,
Бәпелдәтеп һөймәгә.
Һөймәлекле ҡурсаҡты
Килегеҙсе күрмәгә.
Сәңгелдәктең эсенә
Тәңкәгеҙҙе һалығыҙ.
Тфү, тфү, күҙ теймәһен,
Сабый күреп ҡалығыҙ.
Үҫә-үҫә, ҙур үҫә –
Атлап, йүгереп китер ул,
Тәтелдәп бер китер ул,
Өйҙө телле итер ул.
Дыңғыл-дыңғыл арҡаһы,
Дыңғылдатып ҡағайыҡ.
Минең кеүек ҡурсаҡты
Бер уйнатып ҡалайыҡ.
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
03-2018

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар