Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 20-06-2018, 08:43 | Категория: Авторҙар / Йәй / Тыуған илем

Просмотров 591
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2018
Рубрика:Авторҙар / Йәй / Тыуған илем
Исеме:Күс айыра умарта
Автор:Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
 

Күс айыра умарта

 

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
 Күс айыра умарта
 
Умартабыҙ күс айыра,
Күс айыра ҡортобоҙ!
Зыу киләбеҙ күмәкләшеп,
Шаулап тора йортобоҙ.
 
 
Сеүәтәгә ҡалаҡ менән,
Ижау менән сүлмәккә
Даңғылдатып һуғабыҙ беҙ,
Бер-беребеҙҙән күрмәккә.
 
Бал ҡорттары болот булып
Күкте ҡаплап осалар.
Осмаҫ ине, уларға бит
Яңы ғаилә асалар.
 
Бына әҙер умартаһы,
Ҡойорҙар яңы кәрәҙ.
Ә әлегә, тиҙ ойошоп,
Бергә булырға кәрәк!
 
Умартасы бабай – оҫта:
Ҡорт инәһен тиҙ тапты,
Ҡумтаһына һалып ҡына,
Яңы «өй»гә оҙатты.
 
Эшсе ҡорттар бик егәрле –
Гөжләп тора умарта.
Ялан тулы гөл-сәскәләр
Хуш еҫтәрен тарата.
06-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар