Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 12-09-2013, 09:56 | Категория: Мәҫәл / Хайуандар илендә

Просмотров 1 371
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2013
Рубрика:Мәҫәл / Хайуандар илендә
Исеме:Ишәк һәм Ҡондоҙ
Автор:Сергей МИХАЛКОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ЗЫЯИ
Ишәк һәм Ҡондоҙ/Сергей МИХАЛКОВ

(Мәҫәл)

Аҡлан уртаһында йәш кенә матур ағас үҫеп ултырған.
Аҡлан аша йүгергән Ишәк, аңшайып килеп, бар көсөнә теге ағасҡа барып бәрелә. Шул тиклем ныҡ бәрелгән, хатта күҙҙәренән осҡон сәсрәгән, ти.
Эй, асыуы килә Ишәктең. Йылға янына барып, Ҡондоҙҙо саҡырған.
— Ҡондоҙ! Бер генә ағас үҫеп ултырған аҡланды беләһеңме?
— Белмәй ни!
— Ҡолат әле, Ҡондоҙ, шул ағасты! Һинең тештәрең үткер…
— Уныһы нимә тағы?
— Мин уға бәрелеп маңғайымды күптәрҙем.
— Ҡайҙа ҡараның һуң?
— Ҡайҙа, ҡайҙа… Ауыҙымды асып килгәнмен инде, шул…Ҡолат ул ағасты, зинһар!
— Йәл бит әле. Ул бит аҡланды йәмләп тора.
— Ә миңә йүгерергә ҡамасаулай! Ҡолат, Ҡондоҙ, ағасты!
— Теләмәйем!
— Нимә ауырмы ни һиңә?
— Ауыр түгел, ләкин тотонмайым мин ул эшкә.
— Ни өсөн?
— Әгәр мин уны ҡолатһам, һин уның төпһәһенә эләгеп йығыласаҡһың.
— Ә һин төпһәһен дә алып ташла!
— Төпһәне соҡоп алһам, һин соҡорона осоп төшөп, тояҡтарыңды һындырырһың.
— Ни өсөн?
— Ишәк булғаның өсөн! — тине Ҡондоҙ.

Земфира СӘХИПОВА тәржемәһе.

ОСЕЛ И БОБЕР/Сергей МИХАЛКОВ
(басня)

Росло посередине полянки молодое, красивое деревцо.
Бежал через полянку Осел, зазевался и налетел со всего хода на это деревцо, да так, что искры из глаз посыпались!
Обозлился Осел. Пошел к реке, позвал Бобра.
— Бобер! Знаешь полянку, на которой одно деревцо растет?
— Как не знать!
— Свали, Бобер, это деревцо! У тебя зубы острые…
— Это еще зачем?
— Да я об него лоб расшиб — шишку себе набил! Эва какая!
— Куда ж ты смотрел?
— Куда, куда… Зазевался — и все тут… Свали деревцо!
— Жалко валить. Оно полянку украшает.
— А мне бегать мешает. Свали, Бобер, деревцо!
— Не хочу.
— Что тебе, трудно, что ли?
— Не трудно, но не стану.
— Почему?
— А потому, что если я его свалю, ты на пенек налетишь!
— А ты пенек выкорчуй!
— Пенек выкорчую, ты в яму завалишься — ноги переломаешь.
— Почему?
— Потому, что ты Осел! — сказал Бобер.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар