Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-08-2018, 18:54 | Категория: Китапхана / Минең ғаиләм

Просмотров 618
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2018
Рубрика:Китапхана / Минең ғаиләм
Исеме:Атайым минең - табип
Автор:Миңлегөл Тайсина
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Атайым минең - табип/Миңлегөл Тайсина

Изге йөрәкле атайым
Һаулыҡ һағында тора.
Сәләмәт булайым, тиһәң
Һин унан кәңәш һора.
Алтын ҡуллы, йомшаҡ һүҙле,
Үҙ эшен белгән табип.
Тештәрҙе ынйылай итә
Тылсым таяғын табып.
Һыҙланыу-ауыртыныуҙар
“Һә” тигәнсе юғала.
Ошо һөнәрҙе һайларға
Теләйем мин шуға ла.
Әлегә ҡурсаҡтарымды
Көн һайын дауалайым,
Һалҡын тейҙергәндәренең
Арҡаһын ыуалайым.
Төймә-дарыуҙар эсерәм,
Уколын да һаламын,
Тештәренең таҙалығын
Тикшереп тә аламын.
Атайымдан өйрәнәмен
Табиплыҡ серҙәренә.
Мең дауа табырмын әле
Кешенең сирҙәренә.

08-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар