Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 3-01-2019, 10:28 | Категория: Яңылыҡтар

Просмотров 23 137
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2019
Рубрика:Яңылыҡтар
Исеме:Үткән йылға рәхмәтем
Автор:Тамара Юлдашева
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Үткән йылға рәхмәтем

Үткән йылға рәхмәтемдән башҡа бер һүҙем дә юҡ. Эшлекле йыл булды. Ял итеү ҡайғыһы булманы, йәййөрөмәгә лә китмәнем. 
"Железный век" тигән русса китабымды, ниһайәт, ҡулға алдым. Ике-өс йыллыҡ көсөргәнешле ижади хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Тәржемәселәрем Сергей Янаки, Любовь Колоколова, Ольга Григорьеваға рәхмәт. 
Үҙем дә байтаҡ тәржемәләр яһап ташлағанмын икән дә! Румиҙың мәснәүиҙәрен башҡортсаға ауҙарыу – үҙе бер китапҡа торорлоҡ! 
Йәй дауамында, донъямды, ялымды онотоп, атаҡлы хирург, "алтын скальпель" Мәжит Нартайлаҡовтың "Бөйөк әмир табибы" тигән романын тәржемә итеп, "Ағиҙел" журналының июль – октябрь һандарында баҫтырып сығарҙым. Был тәржемә минең бик күп зиһен һәм күңел көсөмдө алды, сөнки, ун дүртенсе быуаттағы яу хәрәкәттәрен шул заман телендә тасуирларға кәрәк ине. Ҙур белем, тарихи дөрөҫлөккә хилафлыҡ килтермәү талап ителде. Был әҫәрҙе китап итеп тә ҡулға тоторға насип булһын киләсәктә. Төркиҙәрҙең бар донъяны дер һелкетеп тотҡан көслө сағы һүрәтләнә унда! Фәһем!
Инде отпускыға китәйем, тигәндә, "Аҡбуҙат" журналы менән Рәсәйҙең тәүге тапҡыр үткәрелгән милли баҫмалар конкурсында ҡатнашырға булып киттем. Ҙур тырышлыҡ менән, бүлек мөхәррире Миңлегөл Тайсина менән тейешле ҡағыҙҙарҙы ҡабат-ҡабат тултырып, йыл буйына сыҡҡан журнал һандарын ебәрҙек. Рәсәй күләмендә иң яҡшы балалар баҫмаһы исемен яуланыҡ! Сочи ҡалаһында "Бөтә Рәсәй" хәҙерге заман фестивалендә Яҡутстан Башлығы ҡулынан приз алдым.
Йылдың һуңғы ҡаҙанышы – Башҡортостан Башлығы грантына эйә булыу ҙа еңел генә бирелмәне. Йоҡоһоҙ төндәр, ял көндәре тип тормай эшләү һөҙөмтәһе ул. Быға тиклем булмаған тәжрибәне бар итеү. Рәссам Дамир Мөхәмәтйәровтың Урал батыр эпосы буйынса комикс һәм анимацион фильм эшләү хыялына тоғролоғо, ә минең, етәксе булараҡ, уның ижади башланғысын тормошҡа ашырыу өсөн, быға тиклем тәжрибәм булмаған эштәргә ҡыйыу тотоноп, "Йә, ҡуй, булманы инде" тигән ерҙә лә һаман алға барып йырып сығыуым, был тәңгәлдә Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәрҙәренең ҙур ярҙамы менән уңыш ҡаҙанды. Әйтәгүр, республика матбуғатынан беҙ грантҡа эйә булған (ҡайһы берҙә "грант отҡан" тип һөйләйҙәр, ләкин мин былай әйтеүгә ҡаршымын, сөнки лото уйыны түгел икәненә инандым) берҙән-бер баҫма икәнбеҙ ҙәһә! 
Әле беҙҙең портфелдә бүлек мөхәррире Айгөл Нуриева менән әҙерләгән тағы бер проектыбыҙ ята – уныһы Рәсәй Президенты грантына. Әлегә НКО (некоммерческая организация) таба алманыҡ. Эҙләйбеҙ!
Яңы йыл алдынан ғына тағы бер китабым сығыуы хаҡында ҡыуаныслы хәбәр алдым. Быныһы хаҡында – һуңғараҡ.
Аллаға шөкөр!

Тамара Юлдашева
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар