Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-09-2013, 19:08 | Категория: Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 2 614
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2011
Рубрика:Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Яңы йылға кем хужа?
Автор:Фаҡиһа Туғыҙбаева
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ЗЫЯИ
Яңы йылға кем хужа? / Фаҡиһа Туғыҙбаева

Яңы йылға кем хужа? / Фаҡиһа Туғыҙбаева


Ҡатнашалар: Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Аҡбуҙат, Батыр, Сәғәт, балалар, хайуандар һәм йәнлектәр.

Елка тирәләй балалар бейей, йырлай, шиғыр һөйләй.

Сәғәт: Ҡарап тороуы күңелле,

Балалар уйнай-көлә.

Ҡарһылыуҡай, йә, әйт әле,

Яңы йыл ҡасан килә?

Ҡарһылыу: Ваҡыт ҡәҙерен белгәндәргә

Һис һуңламай Яңы йыл.

Балалар: (ҡулдарын юғары күтәрә).

Ҡуян йылында ҙур үҫтек,

Ҙур-ҙур үҫтек беҙ быйыл.

Ҡуян: Һеҙҙең өсөн, матурҙарым,

Күп эш эшләп өлгөрҙөм.

Сәғәт: Рәхмәт, Ҡуян, балаларға

Көс бирҙең, аҡыл бирҙең.

Ҡуянды уртаға алып, бөтәһе лә ул булып һикерә, бейей.

Сәғәт: Һорауым бар, үҫкәндәрем:

Яңы йылға кем хужа?

Кем килтерә Яңы йылды,

Оҙон юл уҙа-уҙа?

Ҡыш бабай: Сәғәт, ашыҡмай тор әле,

Минең дә һорауым бар:



"Мөсәл" тигән һүҙ нимәне

Аңлата ул, балалар?

1-се бала: "Мөсәл" тәмле күстәнәстер,

2-се бала: Матур бүләк, моғайын.

3-сө бала: Йә тылсымсы исемелер.

4-се бала: Компьютер, тип уйлайым.

Бөтәһе лә көлөп ебәрә.
Яңы йылға кем хужа? / Фаҡиһа Туғыҙбаева


5-се бала: Тауыҡ төшөнә тары керә, ти.

"Мөсәл" тигән компьютерҙы ишеткәнем юҡ әле.

Ҡарһылыу: Ҡыш бабай менән икәүләп

Саҡырҙыҡ беҙ күп ҡунаҡ —

Береһенән-береһе талантлы.

Ҡунаҡтарҙы күргәс тә һеҙ

Табырһығыҙ яуапты.

Ҡыш бабай: Хөрмәтле ҡунаҡтар! Байрам түренә рәхим итегеҙ!

Балалар ҡул саба. Сысҡан, Һыйыр, Барыс, Йылан, Йылҡы, Ҡуй, Маймыл, Тауыҡ, Эт, Сусҡа килеп инә. Ҡуян Барыс эргәһенә барып баҫа. Араларында Аждаһа ғына юҡ.

6-сы бала: Таныш йәнлек, таныш хайуан —

Һәр береһе матур ҡунаҡ.

"Мөсәл" тигәнен ишеткән юҡ,

Баш ватам, шуны уйлап.

Батыр: Ашыҡмаһағыҙ, дуҫтарым,

Табырһығыҙ яуапты;

Бейетәйек, йырлатайыҡ

Башта һәр бер ҡунаҡты.

Бөтәһе бергә күңел аса.

Ҡыш бабай: Аҡыллыларым, һорауыма яуапты кем тапты?

Аҡбуҙат: Мин таптым! Мөсәл ун ике йылдан тора. Һәр йылды айырым хайуан исеме менән атап йөрөтәләр.

Батыр: Ер Үгеҙ өҫтөндә тора, тип уйлаған боронғо кешеләр. Ә Үгеҙ ҙур Балыҡ өҫтөндә баҫып тора, имеш. Шунда бер сысҡан, Үгеҙҙең мөгөҙөнә менгән дә:

Иң юғарыла мин торам! Яңы йылды иң тәүҙә күрәм! — тигән. Шуға ла мөсәл Сысҡан йылынан башлана икән.

Ҡыш бабай: Ә Аждаһа ҡайҙа һуң?

Аҡбуҙат менән Батыр

Йыл хужаһын, бәлки, йәһәт

Байрамға алып ҡайтыр?

Аҡбуҙатҡа атланған Батыр елдереп сығып китә лә Аждаһаны алып инә.

Сысҡан: Яңы йылды иң тәүҙә мин күрҙем!

Бөтәһе лә: "Мин дә! Мин дә!" — тип һөйөнсөләй.

Сәғәт: Тик-так, тик-так, тик-так,

Ҡотло булһын Яңы йыл!

Бөтәһе бергә: Яңы йылға — изге юл!

Яңы йылға — изге юл!

Ҡыш бабай: Яңы йыл килде беҙгә,

Аҡбуҙатҡа атланып.

Аждаһа: Гел бәхетле булайыҡ,

Йәшәйек гел шатланып!
Яңы йылға кем хужа? / Фаҡиһа Туғыҙбаева
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар